Ҡыпсаҡтар


Ҡыпсаҡтар элек бик күп булғандар. Беҙҙең яҡта ғына ла байтаҡ Ҡыпсаҡ ырыуы йәшәгән. Уларҙың һәр береһенең исеме булған: ҡарағай ҡыпсағы, һәүен ҡыпсағы, сәнкем ҡыпсағы, ҡара ҡыпсағы. Ҡыпсаҡ ауылынан бире ун икеме, ун өсмө ауыл, ә Ирәндек аръяғында егерме икеме, егерме һигеҙме ауыл. Ҡарағай ҡыпсаҡ беҙҙеке, ә ҡарый ҡыпсаҡ Үҙәндеке, икенселәр түбәндәләр. Һәүен ҡыпсағы Нөгөш буйында. Сәнкем ҡыпсағы Ырымбур яғында. Ҡарағай ҡыпсаҡтарының атаһы был яҡҡа килеп, һөйләшеп, ер алып килеп ултырған ырыу йәйергә. Шулай итеп, ҡыпсаҡтар был тирәгә килеп маҡам тотҡандар . Уларҙың ҡайҙан килеп, ҡасан ғүмер һөрә башлауҙарын асыҡ әйтә алмайым. Был хәл бик борон булған.

 

Поделись с друзьями: