Мәмбәт


Борон иштәктәр һәм ҡаҙаҡтар бер-береһенә барымта менән яу саба торған булғандар. Бер заман шулай Бөрйән батыры Ялан Йомаш үҙенең яҡындары менән Ҡустанай далаларына Тубылғы тигән ергә яу сапҡан. Ул ерҙәр ҡаҙаҡтарҙың атаҡлыһы Алсын Арғындың йәйләүҙәре булған. Иштәктәр килеп, бер эңерҙә Арғындың бер өйөр йылҡыһын ҡыуып алып киткәндәр. Өйөр йылҡы араһында Арғындың ун-ун ике йәшлек ике улы ла ҡуша киткән.

Был малайҙарҙың береһен Үҫәргәндең Һабыр ҡарты үҙенә етенсе ул итеп алып ҡайтҡан. Ҡаҙаҡ балаһын алыуының сәбәбе шул: һабыр төндә уянып тышҡа сыҡһа, ни күҙе менән күрһен, бәрәс өйөнөң сыуал артында бер нәмә яҡтыра икән. Яҡын барып ҡараһа, әлеге ҡаҙаҡ балаһы өҫтө тулы нур хәлдә яҡтырып ята икән. Аптыраған Һабыр, ғәжәпләнгән. Үҙ-үҙенә ышанмай, таңға сығып ҡатыны менән ҡарағандар. Был юлыһы ла ҡаҙаҡтан әсир итеп алып килтерелгән малай яҡтырып, өҫтө нурланып ята икән. Һабыр, был бер бик өлөшлө бала икән, тип уны үҙенә алмаҡ була.

Шул саҡ Ялан Йомаш үҙ ғәскәренә бүләк өләшә, һәр кемгә табышынан өлөш сығара, Һабыр унан бер ни ҙә алмайынса, тик әлеге малайҙы биреүен һорай. Һабыр ҡаҙаҡ малайын өйөнә алып ҡайта, ил ҡарттарын йыйып, балаға Мәмбәт тип исем ҡуштыра, һабырҙың алты улы араһында Мәмбәт тә үҫеп ир ҡорона инә.
Бер саҡ Һабыр Мәмбәтте Урман Ямашына сапҡын итеп ебәрә. Урман Ямашының һылыу ғына бер ҡыҙы була. Ул бер егетте лә үҙһенмәй ултырған икән. Мәмбәтте күргәс тә, уға күҙе төшә. Мәмбәт тә ҡыҙҙың һүҙен йыға алмаған. Ҡайтып, хәлде Һабырға һөйләгән, һабыр ҡыҙҙы Мәмбәткә алып биреүҙе хуп күргән. Урман Ямашының ҡыҙын һоратып яусылар ебәргән. Шунан һуң ҡыҙҙы алып та ҡайтҡан, Һабырҙың башҡа улдары Мәмбәтте көнләй, «килмешәк ҡаҙаҡ» тип ситләтә башлайҙар. Бисәһенә Мәмбәт: «Әйҙә, һинең илеңә, атайыңдар яғына барайыҡ»,— тигән. Ҡатыны килешмәгән: «Мин һинең арттан илемә кире ҡайтыр өсөн бында килмәнем»,— тигән. Шунан Мәмбәт үҙ иленә — Ҡустанай далаларына — ҡайтыр өсөн Һабырҙан кәңәш һәм фатиха һорай, Һабыр уға риза була. Мәмбәткә бик шәптән өс ат яраттырып, кейем-һалым артып, юллыҡ ҡурҙаҡ ҡурып биреп, иленә ҡайтарып ебәрә. Мәмбәт ҡатыны, бала-сағаһы менән бер Тирәкле тигән ауыл янында апаһы әйендә ялға туҡтай. Шунда ҡышлай. Яҙ еткәс, тағы юлға сыға, әкренләп үҙ йортона ҡайтып та етә.

Мәмбәт, ҡаҙаҡтарға ҡайтҡас, насар ғәҙәт ҡыуа башлай: харам үлгән малды дөрөҫ тип таба. «Үлеүе яңы, күреүем яңы»,— ти икән дә был малдың харам икәненә лә ҡарамай, ашай бирә икән. Бер ике-өс ай шулай йәшәй был. Берҙэп-бер көндө ул, үҙ аҡылына килеп: «Ҡуй, былай ярамаҫ. Балалар харам ашап, харам үлерҙәр. Кире башҡортома ҡайтайым ғуй»,— тип ҡарар ҡыла. Һәм тағы ла яһанып-тейәнеп юлға сыға. Юл ыңғайында әлеге апаһына килеп төшә. Бында тап шул мәлде ҡаҙаҡтарҙың ярыш — туйҙары булып ята икән. Мәмбәттең апаһы үҙ ҡулында көс, милек тотҡан байбисә булған. Ул Мәмбәткә әйткән: «Әгәр ҡайтыр булһаң, яҡшы аттар минең ҡулда, һин ҡас!» — тигән. Мәмбәткә юллыҡ ҡурҙаҡ ҡурып, әйберҙәрен төйнәп, яҡшы арғымаҡтарға атландырып, ҡайтарып ебәрә. Мәмбәттең юҡлығын һиҙеп ҡалып, ҡаҙаҡтар ҡыуа төшәләр. Арттан ҡурҡыныс етеүен һиҙеп, Мәмбәт хәйлә ҡора: ул ҡасҡан ҡола ялан тигеҙлектә бер күл була, бөтә әйбере-ние, аттары менән шул күлдең ҡуйы ҡамышлығына инеп йәшеренә. Ә ҡыуып килеүсе ярһыған ҡаҙаҡтар күлдең эсенә төшөргә баҙнат итмәйҙәр, ул яҡтан да, был яҡтан да үткеләйҙәр, тик Мәмбәтте таба алмайҙар.

Мәмбәт иҫән-һау ҡотолоп, кире үҙе йәштән өйрәнгән башҡорт иленә, урманлы-таулы, сағыллы-сауҡалы еренә ҡайтып етә. Дала яғынан килеп Яйыҡты аша сығып, йәйге бер матур таңда Таналыҡ йылғаһын кисеп сыға. Йылғаны кисеп сыҡҡан урында таң атҡанға был урынды Таңатар тдп исемләй. Мәмбәт был яҡтарға ҡайтҡас та, Өлкән тауға менеп тора. Шул ерҙә ҡасандыр ятып ҡалған ҡамсыһын да табып ала. Таналыҡ буйын, ошо Өлкән тауҙы төйәк итеп йәшәй. Бирлекүл янында туғайҙа йәйләүҙә ята. Тик ул яңғыҙы ғына тыныс йәшәй алмай, һабыр ҡартҡа китә. Ә был саҡта инде Һабыр ҡарт үлгән була. Ҡарт үлгәнсе Мәмбәтте онотмаған икән, яҡшы хеҙмәте өсөн тип ул Мәмбәткә васыят итеп 20 баш йылҡы ҡалдырған була. Мәмбәт йылҡыларҙы алып, Һабыр ауылынан алыҫ түгел ерҙә тора башлай. Ҡатын-балаларын да күсереп, яҡшы донъя көтөп китә. Йылдан-йыл байыға башлай. Иркен туғайҙарҙа, ҡурпылы тибендәрҙә уның өйөр йылҡылары тиҙ генә мандып, ишәйеп китә. Уның ҡапыл ба-йығыуын күреп, эргәләге бөрйәндәр көнсөләй башлайҙар: «Был аҙғын ҡаҙаҡты үлтерергә кәрәк!» — тип теш ҡайрайҙар. Мәмбәттең башҡорттар араһында торған бер дуҫы сабып килеп хәбәр һала: «Аң бул, иштәктәр һине алдағы өс көн эсендә үлтерергә киләсәктәр»,— ти. Мәмбәт ҡоралға тотонмай. Йәһәт кенә бейә бәйләтә, ҡымыҙ бештерә, иң һимеҙ байталды һуйып, ит әҙерләй. Тирмәһе алдына оҙон итеп арҡан тарта, йәнә ҡатынын иҫкәртә: «Беҙгә кем генә килмәһен, барыһының да атын бәйләп, үҙен һый-хөрмәткә керет, яҡты йөҙ күрһәт»,— ти. Бына бер көн башҡорт атлылары Мәмбәт тирмәһе янына килеп туҡтайҙар. Мәмбәт уларҙың һәммәһен дә ҡунаҡтай ҡәҙерләп ҡаршы ала, ҡымыҙ эсерә, һимеҙ ит менән һыйлай. Башҡорттар ҡәнәғәт булалар. Аранан бер ҡарт: «Аш ташты иретә. Былай булғас, Мәмбәт тере ҡалды инде»,— ти. Улар бер ниндәй ҙә яуызлыҡ ҡылмай ҡайтып китәләр. Шулай ҙа Мәмбәт тынысланмай. Ҡан-ҡәрҙәшлекһеҙ башҡорттар менән тигеҙ, татыу көн булмаясагын ул аңлай. Сәсән телле берәй башҡорт менән туғанлашырға ҡарар ҡыла. Верхний Уралға барып, шул яҡтың Яхия тигән сәсәндең ҡыҙына никахләна. Бына Яхия сәсән ҡыҙы һыйлыҡайҙан Иҫәнғол исемле ир бала тыуа. Иҫәнғол ун йәшкә еткәс, ата-әсәһе уны Яхия сәсәнгә ҡунаҡҡа алып бара. Сәсән ҡарт әллә ҡаҙаҡтан булған улды үҙһенмәй, әллә уның тапҡырлығын, зирәклеген һынар өсөнмө, ҡунаҡтар йыйылып бөткәс былай ти: «Елкә — аш булыр тиһеңме, ейән — ул иш булыр тиһеңме?» Шул саҡ ишек төбөндә торған Иҫәнғол, уртаға инеп: «Эй ата! Аш булыр елкә ҡаҙаныңа төшкәне юҡ икән, иш булыр ейән ул ишегеңдән ингәне юҡ икән»,— ти. Ҡарт бындай яуапты ишеткәс, бик ҡәнәғәт була, ҡыуанысынан ейәнен ҡосаҡлап ала: «Ай, балам, минең сәсәнлегем һиңә тейгән икән»,—ти. Ошонан^һуң инде Мәмбәт тә иркенләп йәшәй, ҡурҡыныс тоймай. Улы Иҫәнғолдо русса уҡытырға бер Степан тигән урыҫты яллай. Был уҡымышлы урыҫҡа Мәмбәт Өлкән тау аҫтынан бер күл бирә: «Бына һиңә күлем, балығын аша, бына һиңә улым, уҡымышлы яһа!» — ти Мәмбәт Степанға. Ошонан бирле был күлде урындағы халыҡ Степан күле тип йөрөтә башлай.

Иҫәнғол бала саҡтан уҡ бик зирәк, отҡор һәм зиһенле була. Степан уны белемле итеп кенә ҡалмай, үткер ҡарашлы егет итеп тә тәрбиә бирә. Иҫәнғол, ысындан да, башлы егет булып сыға. Уҡып әҙәм булғас, ул башҡорттарҙың ун ике кантоны өҫтөнән түрә булып китә. Хәҙерге Иҫәнғол ауылында ул ғәскәр тотоп торған. Башҡорттарҙы һалдат хеҙмәтенә яҙ алып, көҙ ҡайтара торған булған. Батша хөкүмәте был яҡтарҙа көсәйгәс, Иҫәнғол атаһына: «Ер ал инде»,— ти. Мәмбәт ҡарт, ер һорап, губернаторға бара. Губернатор уға эт тиреһенә яҙып, рөхсәт ҡагыҙы бирә: «Һөйгән ереңде һайлап ал»,— ти. Мәмбәт ҡарт Таналыҡ буйына — үҙенең тәүге төйәге булған ергә килә.

Мәмбәт оҙаҡ ҡына ҡарап тора ла әйтә:

— Йылғаһының балығы бар, туғайының йыуаһы бар, тауының ташы бар, еренең ашы бар. Егәре булған ир-егет йотлоҡта ла югәнен тотоп ҡалмаҫ!

Ошонда ул төпләнеп киткән. Ул нигеҙ һалған ауыл уның хөрмәтенә Мәмбәт тип исемләнгән, тауы ла Мәмбәт тауы тип йөрөтөлә.

 

 

Поделись с друзьями: