Ағиҙел менән Яйыҡ


Яйыҡ, Һаҡмар, Ағиҙел, Ҡариҙел, Нөгөш, Оло Эйек, Кесе Эйек — бөтәһе лә бер яҡтаныраҡ сыҡҡандар. Улар борон һөйләшә лә белгәндәр, ти. Былар һүҙ ҡуйышҡандар: «Бөтәбеҙ ҙә бер яҡҡа ағып барайыҡ. Төшлөккә ҡарай ағып китһәк, берәй ерҙә тағы ҡушылырбыҙ». Шулайтып, Урал буйлап киткәндәр.

Яйыҡ яй ғына төшөп киткән. Яй барһа ла, юлында ҡаршылыҡ булмағас, үҙе бер яры юл алған.

Эйек менән Һаҡмарҙарҙың юлында арҡыры ятҡан тауҙар осраған. Шулай ҙа күп булмаған. Улар ҙа ялан ергә килеп сыҡҡандар. Шунан бергә килеп ҡушылғапдар.

Ағиҙел менән Ҡариҙелдең юлында текә-текә тауҙар, ҡая таштар күп осрау сәбәпле, улар урау-урау юл үтеп, аҙаҡҡараҡ ҡалғандар. Артта ҡалғас, Ағиҙел тегеләргә ҡысҡыра икән.

— Эй, ҡайһы яҡҡа киттегеҙ һеҙ?

Эйек менән Һаҡмар тауыш бирергә итеп ҡараһалар ҙа, Яйыҡ уларҙы тыйған.

— Өндәшмәгеҙ, өндәшмәгеҙ. Беҙгә ҡушылмаһын. Китһен әйҙә үҙ юлы менән.

Ағиҙелгә тау-таш араһында бик күп йылғалар ҡушылған. Шуға уның һыуы ишәйгән, көсө күбәйгән. Яйыҡ шунан ҡурҡҡан. Был маҡтаныр, үҙ исемен тағыр, тип уйлаған.

Ағиҙел һаман киткән. Былар өндәшмәгәс, ул Көнгәк эргәһенән ҡырҡа боролоп, икенсе яҡҡа юл алған. Юл ыңғай башҡа йылғаларҙы ҡушып ала барған. Барған һайын көсәйеп, Ҡариҙелде юлдаш итеп алып, ул Камаға барып юлыҡҡан, унан тағы ла көслөрәк Иҙелгә ҡушылып, Каспийгә барып төшкән. Шул ваҡытта ҡараһалар, Иҙел бик ҙур, Яйыҡ бәләкәй генә.

Шулайтып, көнләшеү арҡаһында Яйыҡ һай һыулы булып ҡалған. Унда караптар ҙа йөрөй алмаған. Ә Ағиҙелдә, Ағиҙелгә ҡушылған Ҡариҙелдә (Иҙел менән Кама һыуын әйтеп тораһы ла юҡ) пароходтар йөрөп тора. Улар йырҙарҙа ла гел маҡталып ҡына йырлана.

Ошо хикәйәне һөйләй ҙә боронғолар, көнләшергә ярамай, ти торғайнылар.

 

Поделись с друзьями: