Биксура


Сарман ҡарт был урынға килеп ултырғансы, әле беҙҙең яҡтарға Сыңғыҙ, Батый сиреүҙәре килгәнсе, Ағиҙел тамағы, Ыҡ буйҙары, Мәллә менән Минзәлә йылғалары тәрән һыулы, балыҡлы булған, тирәләре ҡуйы урмандар менән ҡапланған. Ул ҡош-ҡорт, йәнлектәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Бына ошо урындарҙа бәйләр, бүләр тигән башҡорт ырыуҙары күсенеп йөрөгәндәр. Улар иркен йәшәгәндәр. Тапҡан аҙыҡ, мал-мөлкәт уртаҡ булған. Шулай тыныс ҡына йәшәгәндә, Болғар илен баҫып алырға барыусы Батый хан сиреүе был яҡтарға килеп сыға, халыҡты аҫа-киҫә, мал-мөлкәтен талай башлай. Минзәлә менән Ыҡ йылғалары араһында күсеп йөрөп тереклек итеүсе Ҡарағай-Атай ырыуы йырыуса ҙур ҡайғыға дусар була. Сиреү башлығы алдында бил бөкмәгән көмөш һаҡаллы Ҡарағай-Атайҙы бөтөн нәҫел-нәсәбе алдында һуҡтыралар. Ат тубығынан калҡыуырак булған барлыҡ ир затының башын ҡырҡалар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсир итәләр. Барлыҡ мал-мөлкәт, йылҡы көтөүҙәрен тартып алалар. Хәҙер Ҡаланса тауы тип йөрөтөлгән Әбей тауында Ҡарағай-Атайҙың ҡатыны Аҫылташ ҡына иңрәп тороп ҡала. Үҙенең килендәре, ейәндәре менән ул бер ҡарт имән төбөнә килеп туплана.

Шул ваҡыт һунарҙан Ҡарағай-Атайҙың оло улы — Биксура ҡайта. Ул, башта яландағы ауыр хәлде күреп, тораташ булып ҡатып ҡала. Ҡарт әсәһенең илай-илай әйткән хәбәрен тыңлап тора ла, бөтә нәҫел-ырыуы менән, биләүҙәге улы менән хушлашып, арғымағын менеп, бәйләр, ыласын, бүре ырыуҙарына саба. Батыр, ут-һыу кисергә әҙер торған егеттәрҙе туплап, Батый ханға ҡаршы сыға. Болғар ҡалаһына һөжүмгә барыусы Батый хан сиреүе яугирҙәрен аңдып тороп, ҡырып ташлай. Батый хандың Болғарға беренсе һөжүме өҙөлә.

Ике-өс йылдан һуң, Батый хан Болғар иленә тағы ҙур ғәскәр ташлай. Биксура үҙенең егеттәрен тағы туплап ала ла тағы ҡаршы сыға. Бер бәрелештә ул ҡаты яралана, Әхмәт исемле дуҫы менән Текәй тип йөрөтөлә торған тауҙар аша урман яғына ҡаса. Бер аҙ барғас, Биксураның хәле ауырая, ул хәҙерге Яңы Әхмәт ауылы зыяраты урынында үлә. Дуҫы Әхмәт уны шунда ерләй ҙә, шул урында үҙе нигеҙ; һалып, ултырып ҡала. Дошман сиреүе йыраҡлашҡас, ул Ҡарағай-Атайҙың ҡалған нәҫел-ырыуын үҙ ҡанат аҫтына ала, яңы ил ҡороп ебәрә.



 

 

Поделись с друзьями: