Бошман-Ҡыпсаҡ батыр


Тамъян, Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Теләүле, Бөрйән, Юрматы — бер атанан таралған уландар, бер туғандар. Уларҙың тоҡомдары борон Ыҡ, Яйыҡ, Ағиҙел, Сулман иҙеле буйҙарында йәйелеп, йылҡысылыҡ менән көн күргәндәр. Малдарының, һанының иҫәбе булмаған. Улар меңәрләгән баш көтөү-көтөү булып ерҙе ҡара ябып йөрөр булған. Шуға улар яҡшынан-яҡшы, үләнле йәйләүлектәргә гел күсенеп йөрөгәндәр.

Бер заман Алтай тауы яҡтарынан бик яман бер ҡара яу килгән. Аңғармаҫтан ҡалҡҡан был яу икһеҙ-сикһеҙ далаларға таралған; Тамъян, Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Бөрйән, Теләүле, Юрматы илдәрен берәм-берәм ҡыйратып үткән. Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Бөрйәндәр Яйыҡ буйында бер яу биреп ҡарағандар, әммә, һанһыҙ ғәскәрле яуҙан еңелеп, урман-тауҙар араһына ҡасҡандар.

Ҡыпсаҡтар бик үрсемле ил булған. Ҡыпсаҡтан Гәрәй-Ҡыпсаҡ, Бошман-Ҡыпсаҡ, тағы әллә ни хәтле ырыуҙар таралған. Улар яусыл да, даусан да, уҡымышлыраҡ та, хәй-ләкәрерәк тә булған. Яусыл, бик сая һуғышыусан батыр ырыу икәнен күреп, әлеге ҡара яуҙың ханы быларҙы бүләк, ер-мөлкәт менән дә үҙ яғына ауҙарырға тырышҡан. Шунан ҡыпсаҡтарҙың бер өлөшө шул ғәскәргә ҡушылып киткән, ти.

Ә Бошман-Ҡыпсаҡ батыр, ханға баш һалмай, шимал яҡҡа урман-тауҙарға ҡасҡан. Шунда ғәскәр йыйып, хан ғәскәренә ҡаршы яу асҡан. Уны бик оҙаҡ яулашҡан, тиҙәр. Тик аҙаҡтан бер хыянатсы арҡаһында ғәскәре ҡамап алынған, һуңғы кешеһенә тиклем ҡыйратылған, үҙен хан яҙалатып үлтерткән.

Ҡулға алғас, хан Бошман батырҙы үҙенә саҡыртып килтергән, ти. Уны ярлыҡап, үҙ яғына алырға, үҙенең бер ғәскәре башы итергә теләгән. Батыр күнмәгән. Дөйә теҙ сүкмәй, ыласын ятып үлмәй, тигән ул.

Был яҡтарҙа Ыҡ, Ағиҙел буйҙарында, хәҙер ҙә Ҡыпсаҡ, Ҡатай, Тамъян, Юрматы, Теләүле тигән ауылдар бар. Улар ана шул ырыуҙарҙан ҡалған. Борон уларҙың ошо тирәләрҙә йыйылып кәңәшләшмәгә ҙур йыйын майҙаны ла булған, тиҙәр.

 

 

Поделись с друзьями: