Аҡай батыр


 

 Аҡай яу башлығы булған. Беҙҙең яҡтарға Минзәлә тирәһенән килгән. Мин бәләкәй саҡта уның тураһында йыраусылар думбыра сиртеп, гөслә уйнап бирәләр ине. Хәҙер ундай йыраусылар бөткән инде. Наурузсылар ҙа күптән юҡ.

Был Аҡай тигән кеше бик батыр булған, ти. Уны уҡ та алмаған, ҡылыс та киҫмәгән. Мылтыҡтан атһалар, пуля теймәгән, һыуға төшһә, һыуға батмаған, тәрән упҡын аша атлап сыға ла китә, ти, был. Дошман ғәскәрҙәре менән һуғышҡандан һуң ҡағынһа, тимер көпөһөнән пуль ергә шыбыр-шыбыр ҡойола, ти. Батшаның әфисәрҙәре, түрәләре менән оҙаҡ ҡыйышҡан ул. Ҡандракүл тирәһендә лә ҡаты орош-һуғыштар була. Өфө яғында ла, унан ары Иҙел буйында тоҙло инештәр аҡҡан ерҙә батша ҡорғандарын алыр өсөн ҡаты һуғышалар. Мәгәр ҡорғандарҙы халыҡ ала алмай. Яу еңелә, иң аҙаҡтан Аҡай бер үҙе ҡалып, күл буйында оҙаҡ ҡына алыша. Бик арығас, һыуға атлап керә лә китә. Артынан инергә тиеп ынтылып ҡарайҙар — булмай, һалдаттар бата, ә Аҡай батыр баҫып тик тора, ти. Аталар, аталар — теймәй. Шунан батша ғәскәрҙәре башлығы Тәфтиләү мундир төймәләрен өҙөп ташлай, асыуланып мылтыҡ ҡора ла атып ебәрә. Аҡай һыуға йығыла.

Иллә-мәгәр Аҡай аяҡтан йығылһа ла, күл уны йотмай. Әкрен генә тирбәткәндәй итеп, тулҡындар уны икенсе яҡ ярға алып сығалар. Күлдең икенсе яғында уны аты көтөп тора икән. Шул ат хужаһының һушына килгәнен көтөп тора ла урманға алып ҡаса.

Тик Аҡай батыр рәхәт күрә алмай, яраһын дарыулайбыҙ тигән булып, тилебәрән биреп, аҡылдан яҙҙыралар уны. Шунан ул йорт-илде хәүефкә төшөрөп, енләнеп йөрөй. Аҙаҡтан аҡылға килеп, ни эшләгәндәрен төшөнгәс, бик үкенеп, арҡандың бер башына атын, икенсе башына үҙен аҫып үлә. Ана шул күлде Аҡайкүл ти икән халыҡ.

Яуҙар элек күп булған ул. һиммәт түрәләр, батырҙар ҙа күп булған халыҡта. Халыҡ берҙәм булып «бер бүреккә кереп» бөтәлмәгән. Ҡорал да таҡы-тоҡо. Уҡ, ҡылыс та һөңгө, айбалта. Ә батша ялсыларында мылтыҡ та буйтым, ат мылтығы — туп та бар. Бар, сәкәшеп ҡара. Еңә буламы айбалта суйын тупты?..


 

Поделись с друзьями: