Үтәгән


1812 йылда хеҙмәттә батырлыҡтар күрһәткән өсөн Үтәгән тигән ҡартҡа хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы ерҙәрен алырға рөхсәт итәләр. Үтәгән ҡарт үҙенә крәҫтиәндәр йыя: татарын да, башҡортон да, сыуашын да. Ул һигеҙ тин хаҡ менән (Биш тин ер хаҡы, өс тине Үтәгән ҡарттың файҙаһына яһаҡ) ер һата.

Үтәгән ҡарттан ер һатып алыу мөмкинлеген ишетеп, Ҡазан губернаһы Мамадыш өйәҙенән Ишекәй, Иштуған, Ишбирҙе исемле өс туған Иҫке Ҡыйышҡыға килеп төшәләр. Ишекәй менән Ишбирҙе Үтәгәнгә ылаусы булып ялланалар.

— Ылаусы булған өсөн күпме түләргә? — ти Үтәгән ҡарт.

— һыйыр тиреһе ҙурлығы ер бирһәгеҙ етер, беҙ улай ҡанһыҙ түгел,— тиҙәр Ишекәй менән Ишбирҙе.

Бер йыл ылауҙа сапҡас, быларҙы бәхилләргә кәрәк бит инде. Ишекәй һыйыр һуя, тиреһен ҡаҙанға һалып ебетә, киреп, һуҙып киптерә лә, өҙмәйенсә генә шырпы ҡалынлығында ҡырҡа бара, ҙур кәтүккә урай бара. Кәтүкте киптерә лә, бураһынан сығып нескә ҡайышты һуҙа. Эй һуҙа был, эй һуҙа, Үтәгән ҡарт әйләнеп ҡараһа, бер ауылдың ере киткән дә ҡуйған теге Ишекәй ҡулына.

Ҡаран ауылы бына шунан тороп ҡалған.

 

 

Поделись с друзьями: