Сураш


Элек беҙҙең ерҙәрҙә Петербурҙан килгән Брагин тигән бер уҫал урыҫ байы булған. Уның һалдаттары ла булған. Тегене гел һаҡлап ҡына йөрөйҙәр икән.

Брагин аҡ таш ҡаҙҙырткан. Халыҡты бушлай эшләтеп бик йонсотҡан. Өҫтәүенә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡыл итеп, халыҡтың йәненә тейгән. Кейәүгә сығыр алдынан һәр бер ҡыҙ Брагин менән төн уҙғарырға тейеш булған. Әгәр риза булмаһалар, ҡыҙҙы ла, егетте лә, ата-әсәләрен дә һәләк иткән.

Бер көн ауылдың уҙамандары: «Был Брагиндең осона сығайыҡ»,— тип кәңәш итәләр. Унда Әмин, Сураш батырҙар була. Сураш — Әминдең ағаһы. Сураштың яурыны алты сирек була. «Брагин йәкшәмбе һайын Талҡаҫҡа балыҡ аулай бара. Шунда беҙ уны ҡаплайыҡ»,— ти Сураш. Былар йыйылышып баралар. Сураш әйтә: «һеҙ күренмәгеҙ, мин эргәһенә барайым»,— ти. Үҙе Брагин эргәһенә килә.

— Сураш, ни өсөн килдең? — тип һорай Брагин.

— Бына балыҡ ашай килдем,— тип әйтә Сураш.

— Балыҡ ашай килгәс, төш,— ти Брагин быға,— һин бик үҙгәреп килгәнһең,— ти. Сураш балыҡ ашарға ултырҙы ла, усы менән маңлайын һыпырҙы, ти. Шул саҡ эргәһенән генә шыйылдап уҡ үтеп китте, ти. Теймәне, ти.

— Ай, Сураш, һин мине үлтерергә килгәнһең икән,— тип, Брагин һыҙмаһына йәбешә. Сураш һыҙманы һыпыра тартып алып өлгөрә. Брагин кәмәгә ултырып, күлгә төшөп китә. Шул саҡ Сураш янын алып Брагингә ата. Уҡ яурынды үтә сығып кәмәнең башын ярып ебәрә.

Брагиндең ҡулында өс бармаҡты ябып торған алтын балдағы була.

— Сураш, һин кинәнгәнсе, һыу кинәнһен,— тип, һыуға ташланы, ти, был балдаҡты.

һалдаттар шул тирәлә икешәрләп, өсәрләп таралышҡан була. Берәм-берәм уларҙы ла үлтереп бөткәндәр. Ғауға ҡупҡан арала Брагиндең кухаркаһы һыуға төшөп, танауын өҫкә күтәргән дә ҡамыш араһына ингән дә ятҡан, ти. Ыҙғышҡан арала форсат табып бер ҡара бейә менән көрән бейәгә менгән дә ҡасҡан. Артынан ҡыуғандар. Етеп барғанда, ярыштан торған атты менде лә тағы сапты, ти, был. Етә алмай кире ҡайтып киткәндәр ҙә кәңәш ҡорғандар: «Йә, былай булмай. Беҙ бынан шыуып ултырайыҡ»,— тип уйлашалар. Шунан ун ике өй ҡалҡынып, Троицкий аръяғына, Куста-най яғына сығып китәләр. Бер мәл батшанан: «Брагин беҙҙең кеше түгел. Ул үҙе хөкөм сығарып, кешеләрҙе язалап ятҡан. Унан ҡасып йөрөгән кешеләр булһа, шул әүәл йәшәгән ауылдарына ҡайтһындар»,— тигән әмер килә.

Шунан һуң ғына күсеп киткән халыҡ кире ҡайта. Бер аҙы Әминдә тороп ҡала. Сураш ҡарҙың иртә төшкән еренә күсә. Әлеге Иҫән ауылында нигеҙ һала.
Сураш Истамғол улы була. Сураштан Йәрмөхәмәт, Йәрмөхәмәттән Ҡунаҡҡужа тыуа. Ҡунаҡҡужаның Хөсәйен, Йомағужа, Әбдрәхим, Хәмит, Байтүрә тигән биш улы була. Минең атайым Байтүрә була инде.

 

 

Поделись с друзьями: