Аҫылкүл


banner 13

Бай ҙа, данлы ла ул Арыҫланхан.

Биләгән ерҙәренең теләһә ҡайһы яғына, якшы атка атланып бер аҙна буйы елдерһәң дә, осо-кырыйына сығып етмәҫлек. Йылҡы малының нисә баш икәнен белеү түгел, нисә өйөр икәнен дә һанап сыҡҡыһыҙ. Ә дала ҡаплап йөрөгән ап-аҡ һарыҡ көтөүҙәрен әйтеп тә тораһы юҡ: зәңгәр күк йөҙөндәге болоттар өйкөмөндәй, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ улар.

Арыҫланхандың береһенән-береһе һылыу бисәләре лә күп. Шулай ҙа араларында иң һылыуы, иң һөйөклөһө бер генә.
Эйе, бай ҙа ул, данлы ла Арыҫланхан.

Тик уның ошо иң һылыу, иң һөйөклө бисәһе бүләк иткән берҙән-бер ҡыҙы — Аҫылҡайы уға бөтә байлығынан да, данынан да ҡәҙерлерәк. Ул бер Арыҫланхан биләмәһендә генә түгел, ә бөтә ер йөҙөндәге һылыуҙарҙың һылыуы. Ҡоралай һымаҡ һомғол, талсыбыҡтай зифа. Ә күҙҙәре көҙгө төндәй сөм-ҡара. Аҫыл мәғҙән төҫлө балҡып тора. Етмәһә, ҡыйылып киткән ҡыйғас ҡаштар ҡаймалан алған үҙҙәрен. Иренгенәләре тулышып бешкән сейә төҫлө! Йөҙө иртән яуған ҡырпаҡ ҡарҙай аҡ. Бит алмаларына ал таң шәфәғе яғылғандай. Сылтыр тәңкә, аҫыл таш менән нағышланған ҡашмауы аҫтынан һомғол һынына һарылып төшкән оҙон сәс толомдары ике ҡара йылан һымаҡ ялтырай. Кескәй ҡолаҡ остарына таҡҡан алтын алҡалары, яңы тыуған ай шикелле, күҙҙе иркәләй. Көмөш беләҙектәр менән биҙәлгән беләктәре аҡҡош ҡанатындай. Бармаҡ тәлгәшкәйҙәренең остарынан ҡына гөлдәре тамып торған төҫлө. Атлап йөрөүҙәре аҡҡош йөҙөп килгәндәй. Әгәр ҙә ул ауыҙ асып һуҙ әйтә башлаһа, наҙланып, шишмә шылтырап аҡҡан кеүек була. Ә инде йыр йырлаһа, кешеләр баҫҡан ерҙәренән ҡуҙғала алмай ҡатып ҡалалар. Шундай һылыу ул Аҫыл ҡыҙ!..

Бер саҡ йыйынға йыйынғандар. Бейек тау башы шығырым тулы халыҡ. Сит-ят ерҙәрҙән саҡырылған хандар ҙа, уларға эйәреп килгән егеттәр ҙә бар бында. Ҡарт-ҡоролар ҙа, бисә-сәсәләр ҙә, ҡыҙ-ҡырҡындар ҙа, бала-сағалар ҙа күп. Улар араһында тирә-яҡҡа даны таралған Арыҫланхан да бар. Уның бөтә бисәләре лә килгән, һәр егеттең күңелен елкендергән һылыу ҡыҙы Аҫыл да бар.

Батырҙар көс һынаша. Ғәйрәттәрен, таҫыллыҡтарын күрһәтәләр. Мәргәндәр зыңлап торған әҙернә-йәйәләрҙән алыҫтан тороп, мәрәйгә уҡ атышалар. Егеттәр елеп һыбай үтәләр. Тик һәр ярышта ибәтәйһеҙ бер хан улы Ҡарағаштың ғына алдына сыға алмайҙар. Уны бары бер ярлы ыҫпай егет Түләк кенә еңеп сыға.
Йыйындан һуң, Түләк үҙенең һөйгән айғырын менеп, яурынына йәндәй күргән ыласынын ҡундырып, һунарға сыға. Алғыр бүре һымаҡ, дала буйлап елдерә, тау-урмандар ҡыҙырып йөрөй. Шулай ҙа һунары бик сәйер уның: ыласынын кейек юҡта сөйә, ә кәрәк мәлдә сөймәй ҡала. Уйҙары бик алыҫта йөрөй уның. Ҡеүәтле Арыҫланхан ҡыҙынан башҡа, һылыуҙар һылыуы Аҫылдан башҡа бер көн дә йәшәй алмам, тип уйлай егет.

 

Аҫыл шул саҡ бейә һауа. Тик һылыу байталы уға һис тә буй бирмәй. Аҫыл уға яҡыныраҡ килеп, ҡороғон һалайым тиһә, байталы ситкә ҡайырыла ла китә. Әхирәттәре инде ана ҡайҙа, алыҫта, тороп ҡалған, ә бурылы уны һаман алға әйҙәп, теге текә ҡаштаҡ аҫтына төшөп юғала.

Аҫыл, ҡоралай һымаҡ атылып, ҡаштаҡ башына менһә, байталы шунда. Күрәһең, ялыҡкандыр инде. Хан ҡыҙы тиклем хан ҡыҙын тыңламай ҙа булмай бит. Аҫыл уның эргәһенә килеп, ергә сүкәйеп ултыра ла, аҡҡош ҡанатындай йомшаҡ ҡулдары менән көмөш күнәген ҡуйып, хуш еҫле ап-аҡ һөттө һауа ла башлай. Үҙе һауа, үҙе уйлай ҡыҙ. Анауында, аҡ тирмәләр эсендә, данлы атаһы, оло мәжлес ҡороп, ҡунаҡтарын һыйлағайны. Ә теге шул тиклем ибәтәйһеҙ улы Ҡараҡаш менән бик алыҫтан килгән бай хан уның иң ҡәҙерле ҡунағы ине. Бик һыйлаштылар, һый ашап та, эсеп тә бөткөһөҙ ине. Уйын-көлкө лә етерлек булды. Улар шулай ике аҙна буйы һыйландылар ҙа ҡайтып киттеләр. Хан үҙенең бүкән һымаҡ улы Ҡараҡашҡа һылыуҙарҙың һылыуы — Аҫылды ҡоҙалап китте. Ә Аҫылдың бөтә уй-хыялы бары тик Түләктә ине.

 Шул саҡ ҡапыл тояҡ тауыштары ишетелә. Аҫыл һикереп тора ла һөтөн түгеп ебәрә, көмөш күнәге ҡулынан төшәп китә!..

Ҡараһа, алдында Түләк баҫып тора.

— һаумы, Аҫыл һылыуым,— ти Түләк.— Ниңә аптырап ҡалдың? Минән башҡа һинең янға кем шулай ҡоштай оса тип беләһең? Керешемдән осҡан уҡ та әле сәптән яҙлыҡҡаны юҡ. Көрәштә лә бил биргәнем булмаҫ. Мин бөтәһен дә еңеп сыҡтым,— ти.— Шулай ҙа һинән килеп еңелдем,— ти.

Ҡыҙ ҙа уға алҡымына килеп тығылған йөрәк һүҙен әйтеп ҡалырға ашыға:

— Түләгем! Батырым! Яратам һине! — тип егетенә һарыла.

Был көндән һуң күп көндәр үтә. Ике ғашиҡ күрешеп торалар. Аулаҡта ҡауышалар, һөйләшәләр. Төндәрҙән бер тондө, ҡауышып күктән йондоҙ һанашҡанда, яҡында ғына күҙҙәренә бер шомло шәүлә сағылып ҡала быларҙың.

Шул төндөң иртәһендә үк Арыҫланхандың әдхере буйынса, далалағы өйөрҙән әле югән дә теймәгән ике аҫау айғырҙы арҡанлап килтерәләр. Тотоп тыйғыһыҙ, сапсынып, үрә ҡарғып торған аҫауҙар. Ә кискә табан ун бишләп егет ҡайҙалыр сабып сығып китә. Арыҫланхандың йөҙө ҡара янып, һөмһөрө ҡойолоп йөрөй.

Дөм ҡараңғы тән була. Күҙгә энә төртһәң дә күренмәҫ-лек. һылыуҙарҙан һылыу Аҫыл тирмәһендә оло йәштәге ике еңгәһе йоҡлай. Оҙаҡ лабырҙашып ятҡандан һуң, гүр йоҡоһо менән хырлайҙар. Ә егет менән ҡыҙ аулаҡҡа сығырға һүҙ ҡуйышҡан. Түләк таң атҡансы Аҫылын ҡая башында көтөп торасаҡ була.

Таң да һыҙылып ата башлай. Аҫыл керпек тә ҡаҡмай ятҡан еренән шым ғына тороп, бесәй һымаҡ, аяҡ остарына ғына баҫып, тирмәнән сығып тая. Күп тә үтмәй, ул ҡая башында, вәғәҙәләшкән урында була. Тик Түләге генә, ниңәлер, юҡ та юҡ.

Ҡая аҫтында тояҡ тауыштары ишетелә. Ат бышҡырып ҡуя. Шул саҡ атаһының тауышы килә. Шул!

— Аяҡтарын ҡойроҡҡа бәйләгеҙ,— ти ул.— Хәҙер аттарҙы үҙ иркенә ебәрегеҙ ҙә һыҙырығыҙ...

Ҡамсы шыйылдағаны ишетелеп ҡала. Ат тояҡтары тынырҙай. Ниндәйҙер шытырҙаған, ниҙер шартлап һынған өндәр артынса йөрәкте өҙгөс тауыш ишетелә:
Аҫы-ы-ы-ыл!!! Аҙаҡ был тауыш тауҙарға ҡаҡлығып, шаңдау булып яңғырай ҙа оҙаҡ-оҙаҡ һауала һарлығып тора.

Аҫыл төнө буйы ҡая башында була. Ул тыйыла алмайынса, башын таштарға ороп, үкһеп-үкһеп илай.

Аҙаҡ иҫенә килгәндәй, ятҡан еренән талпынып тора ла, тәнтерәкләп, ҡая ситенә барып баҫа. Унда, аҫта, ҡан күләүеге боҫрап ята. Түләгенең ҡаны. Күҙҙәрен йома ла, аҡҡош ҡанаттарын йәйеп, ул шунда һикерә:

— Хуш, яҡты донъя!

Шул саҡ ике ярһыу аҫау айғыр, иртәнге елгә ҡалғып ултырған ҡылғандарҙы йылы ҡанға буяп, Түләктең икегә ҡайырылған кәүҙәһен һөйрәп, ҡайҙалыр алыҫҡа елдерәләр.

Иртән кешеләр йоҡонан торһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр, ҡан күләүеге боҫрап ятҡан ҡая аҫтында зәп-зәңгәр ҙур бер күл барлыҡҡа килгән була. Күлде, Аҫыл һымаҡ матур булғанға күрә, Аҫылкүл тип атайҙар.

Был хәлдән һуң күпме ваҡыт үткәндер. Әммә ул күл һаман да бар. Уның хаҡында һаман да ошо хикәйәтте һөйләйҙәр. Бәлки, бер заман Аҫылкүлдең эҙе лә ҡалмаҫ, ә уның хаҡындағы хикәйәтте, моғайын, бер ҡасан да онотмаҫтар.

 

 

Поделись с друзьями: