Тағанташ


Борон заманда бер ярлы егет бай кешенең ҡыҙына ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа ғашиҡ икән, ти, егеткә. Егет, яусы ебәреп, ҡыҙҙы һоратҡас, бай ҙур ҡалым һорай, тик егеттең уны үтәрлек хәле булмай. Егет икенсе тапҡыр яусы ебәргәс, бай: «Ярар, улай булғас, мин уға ҡыҙымды бушлай бирәм, ә ул Тағанташ башына йорт һалһын»,— тип әйтеп ебәрә. (Таған-таш бик тек ә, бағанамы ни! Уға тик бер яғынан ғына менеп була. Шуның өсөн дә уны Таған йәки Тағанташ тип йөрөткәндәр).

Егет, ни хәл итһен, мөхәббәте хаҡына риза була. Тағанташ аҫтындағы битләүҙән ҡарағас ҡырҡып, өйлөк бүрәнә әҙерләй. Шунан һуң нигеҙлек бүрәнәләрҙе мендереп, өйҙөң нигеҙен бурап ҡуя. Был хәлде белгәс, бай: «Нигеҙен мендергәс, башҡа бүрәнәләрен еңел мендерер»,— тип уйлай. Ә иртәгеһен бер ялағай хеҙмәтсеһен саҡырып ала ла былай, ти: «Егет Тағанташҡа бүрәнә мендергәндә, күренмәй генә алдан мен дә арҡанды ҡырҡ».

Ялағай бай ҡушҡанса эшләй. Ҡыҙҙы алам тип, ғашиҡ утында янған егет һәләк була.

Ҡарттар һүҙенә ҡарағанда, ул нигеҙ ҡалдыҡтары яңыраҡ та һаҡланған булған.

 

Поделись с друзьями: