Ҡумыҙ


Башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләнгән заман. Бер байҙың мал көтөүсеһе үлеп киткән. Бының Бикбай исемле улы етем ҡалған. Йылдар үтеү менән Бикбай егет булып үҫеп етә. Уның эшен бай ҙа, күршеләр ҙә ярата. Бай уға үҙенең иң яҡшы аттарын да ҡарарға ҡушҡылай. Йәмле йәй көндәрендә йыш ҡына йәш егеттәр менән ҡыҙҙар аттарын матурлап, яҡшы эйәрҙәр һалып, ҡымыҙлыҡҡа сығыр булғандар.Ҡымыҙлыҡҡа барыу йәштәрҙең байрамына әйләнеп китер булған. Унда төрлө уйын ойошторғандар, йырлағандар, бейегәндәр, ҡурай тартҡандар. Бикбайҙың да уйынға һәләте ҙур булған. Бер Баҡыт ул, саған ағасынан ҡумыҙ эшләп, бейеү көйҙәре уйнарға өйрәнә. Йәштәр ҡымыҙлыҡҡа йыйылғанда, уларҙы бейетә. Шуның өсөн был музыка ҡоралына ҡумыҙ тнп исем бирәләр.

Байҙың Гөлйөҙөм менән Гөлсөм тигән ҡыҙҙары була. Улар икеһе лә Бикбайҙы ярата, унан ҡумыҙ эшләп биреүен һорайҙар. Бикбай бейеү көйҙәре уйнап, уларҙы бейетә, әммә ҡумыҙ эшләп бирмәй. Бикбайҙың һәләтлеген күреп, бай уны үҙе менән бергә ҡала баҙарына алып барғылай. Бикбайҙың бай менән баҙарҙарға йөрөүе, унда бай ҡыҙҙары менән аралашыуы башҡа ҡыҙҙарға оҡшап етмәй. Шуның өсөн, ҡымыҙлыҡҡа барғанда, уға төртмә йырҙар йырлайҙар.


Ул ҡуянды атмағыҙ,

Ҡаны юҡтыр, аппағым.

Ул егеткә ғишыҡ тотма,

Малы юҡтыр, аппағым.

Шыуып, шыуып бейемәгә

Шыма иҙәп булһа ине.

Шыма иҙән өҫтәрендә

Быяла өҫтәл булһа ине,

Быяла өҫтәл өҫтәрендә

Сын-сынаяҡ булһа ине,

Сын-сынаяҡ эҫтәрендә

Сабаҡ балыҡ булһа ине,

Сабаҡ балыҡ ҡырҡырға

Үткер бәке булһа ине.


Бер ваҡыт Бикбайҙы йыйынға саҡыралар. Унда Бикбай үҙенең ҡумыҙын уйнап, ҡыҙҙарҙы бейеткән саҡта, байҙың оло ҡыҙы Гөлйөҙөм унан күҙен алмай ҡарап тора. Бикбайға ла Гөлйөҙөм оҡшай. Үҙенең тойғо билдәһе итеп Бикбай Гөлйөҙөмгә ҡумыҙын бүләк итә. Быны күреп торған байҙың кесе ҡыҙы Гөлсөм көнләшеп ҡуя. Ул ҡайтып әсәһенә ошаҡлай. Был хәлгә байҙың да бик асыуы килә. Улар Бикбайҙы йорттан ҡыуып сығарырға уйлайҙар. Бикбай ҡумыҙҙы үҙем эшләмәнем, Бикбау исемле ҡарттан алдым, унан уйнарға өйрәндем, тип яуап бирә.

Шул ваҡыттан бирле ҡумыҙҙа уйнала торған, халыҡ араһында киң таралған бейеү көйөн «Бикбау көйө» тип йөрөтәләр.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Гарден ринг предлагает искусственные ветки деревьев, туи . Мастерская-склад в Москве.