Кирәй Мәргән менән Брагин


Тау аҡтартып йөрөүсе Брагин бер ваҡыт Талҡаҫ күленә яңылыштан балдағын төшөрөп ебәрә. Шунан был күлдең бөтә һыуын һоҫоп алырға ҡуша. Юғалтҡан ҡиммәтле бүләген эҙләшергә тип приказчиген дә ебәрә. Башҡорттар шулай күлдең һыуын түгә башлайҙар. Күлде бушата торғас, ҡарттар үлеп китә, йәштәр аҡ һаҡаллы ҡартҡа әйләнә, ә күл һаман кәмемәй ҙә кәмемәй икән, элеккесә мөлдөрәмә тулы булып тик ята, ти.

Бер саҡ күл буйына эштең нисек барғанын ҡарарға хужа үҙе килеп сыға. Ул ҡара күҙле, ҡыйғас мыйыҡлы бер егеттең улай ҙа былай буш күнәк менән йөрөгәнен күреп ҡала. Бра-гин унан, ни эшләп былай йөрөйһөң, тип һорағас, теге егет көлөмһөрәп яуап бирә:

— Һинең әмереңде үтәп йөрөйөм,— ти икән.

— Исемең кем һинең, ялҡау? — тип һорай бынан Брагин.

— Исемем Мәргән булыр, һин беҙгә иләк менән һыу ташырға ҡушҡайның, ә мин бына һауа ташыйым, барыбер түгелме ни? — ти егет.

Брагин уға ҡамсыһы менән һелтәнгән икән, Мәргән уны эйәренән төртөп төшөрә лә, атына үҙе менеп, сабып китә лә бара, ти. һаҡсыларының уның артынан мылтыҡ тоҫҡағанын күреп, Брагин:

— Атмағыҙ! Миңә икенсе ат килтерегеҙ ҙә, был атты мин уға бүләк итермен. Әйҙә ул минең ялсым булһын,—ти.

Мәргән был хаҡта ишеткәс, Брагингә килгән дә:

— Миңә бындай эш оҡшамай: күлдең һыуын бушатып: бөтөрөп булмаҫ ул,— тигән.

— Ярай, улайһа. Бөтәһе лә ҡайтып китһен. Минең балдаҡты күл үҙе һаҡлар. Тик бынан һуң күлдән бер тамсы һыу алырға ла рөхсәт итмәйем,— тигән шарт ҡуйған.

Көн артынан көн үткән. Халыҡ һыуһыҙ интеккән. Мал-тыуар ҡырыла башлағас, күлдән тағы һыу ала башлағандар. Шул саҡ ауылға стражниктар килеп тулған. Брагиндең әмере буйынса, һәр өсөнсө кешене урамға алып сығып, ҡамсылап йөрөткәндәр.

Алыҫ юлдан ҡайтып төшкән Мәргән, быны күргәс, ярһып килеп етә. Килһә, былар бер ҡыҙҙы һөйрәп алып китергә яталар.

Мәргән ҡысҡырған:

— Был минең кәләшем, ҡулығыҙҙы ла тейҙерәһе булмағыҙ! — тигән.

— Мәргән,— тигән шул саҡ Брагин.— Мин һине бығаса ғәфү итеп килдем, быныһы инде һуңғыһы булыр! — тигән.

Брагин хәйлә ҡора башлай. Бығаса ул туй алдынан һәр егеттең кәләшен үҙенә алып ҡайтып, мыҫҡыл итеп ҡайтара торған була. Мәргәндең кәләшен ул тартып алмай. Кейәүҙе аяҡтан йыҡҡансы иҫертә лә кәләште үҙенә алып ҡайтып китә.

Кәләше әйләнеп ҡайтҡас, Мәргән уны ҡыуып сығара ла үҙе тауҙар араһына ҡаса. Ҡыҙҙы атаһы йортонда ла ҡабул итмәйҙәр.

Шулай итеп, байтаҡ ваҡыт үтә. Брагин һаман, халыҡты ҡан илатып, ҡотора бирә. Тик тауҙар араһына ҡасҡан Мәргәндән генә шөрләп ҡуя.

Бер саҡ Брагин стражниктәре менән Мәргәнде тоторға сыға. Ә Мәргән шуны ғына көтөп ята икән. Быларҙың килгәнен аңдып ҡына тора ла, уҡ менән стражниктәрҙе берәм-берәм ҡырып һала. Брагин, ҡото осоп, күлгә табан югерә. Мәргәндең ҡыуып еткәнен күреп был тиҙ генә кәмәгә ултыра ла бар көсөнә ишә башлай. Мәргән уҡтан атып, кәмәнең төбөн аҡтарып ташлай ҙа, Брагин күл төбөнә китә. Күл бер болғанып тулҡынлана ла, тап-таҙа булып, тынып ҡала.

 

 

Поделись с друзьями: