Ҡәнифә юлы


Көндәрҙән бер көндө Брагин үҙенең яҡын-ярандары менән Талҡаҫ күле буйында ял итеп ята икән. Шул саҡ быны Әмин, Темәс, Сура батыр егеттәре уратып алалар ҙа: «Алыш бармы, атыш бармы?!» — тип һөрәнләп, өҫтөнә уҡ яуҙыра башлайҙар. Күп тә үтмәй, батырҙар Талҡаҫ ярында буш биҙрәләр ултырыуын күреп ҡалалар: Брагиндең хеҙмәтсеһе ниндәйҙер шом барын һиҙенеп, түрәләргә ошаҡларға ҡасып өлгөргән икән.

Батырҙар уйға ҡалып ултыралар ҙа үҙ төйәктәрен ташлап китергә булалар; тиҙҙән батша һалдаттарының әҙләп килере көн кеүек асыҡ бит инде. Бала-саға, бисә-сәсәләрен алып, тейәнәләр ҙә ҡаҙаҡ далаларына һыҙалар.

Аҙаҡ тикшереү килеп, соҡсоноп ҡараһалар ҙа, Брагинде үлтереүселәрҙең эҙенә төшә алмайҙар. Бер ни ҡәҙәр ваҡыт үткәс, ҡасҡындарҙы ярлыҡау хаҡында ҡағыҙ килеп төшә.

Темәс, Әмин, Сура батыр бер йылдан һуң тыуған төйәктәренә кире ҡайтырға булалар. Тик ҡаҙаҡ байҙары Сура батырҙың ун өс йәшлек Ҡәнифә исемле ҡыҙын ебәрмәйҙәр икән. Сура батыр Ҡәнифәне ҡасандыр ҡаҙаҡтарға әсир төшкән бер башҡорт әбейенә ун һигеҙ йәшкә еткәнсе тәрбиәләргә ҡушып, шунан ғына кейәүгә биреү шарты менән ҡалдырып китергә була. Шуның өсөн ҡаҙаҡтар Сура батырға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, бүләктәр биреп оҙаталар. Ә Темәс менән Әминдең аҡтыҡ малын да тартып алып, икеһен дә йәйәү сығарып ебәрәләр.

Бер заман Ҡәнифәгә ун һигеҙ йәш тә тула. Тик бағып-ҡарап үҫтергән теге әбейҙең уны ҡаҙаҡҡа биргеһе килмәй. Ҡәнифәне ул үҙ иленә ҡайтарып ебәрергә юлға әҙерләй башлай. Бер төндө, бөтәһе лә йоҡоға киткәс, ҡыҙҙы алыҫ юлға сығарып ебәрә. Оҙатҡан саҡта:

— Бар, ҡыҙым, тик юл ҡырыйлап төндә генә атла. Тимер ҡаҙыҡ йондоҙо һәр саҡ уң яғыңдан булһын,— тип кәңәш биреп ҡала.

Иртән торһалар, ҡыҙ юҡ. Ҡаҙаҡтар, атҡа атланып, ҡыҙ артынан ҡыуа төшмәксе булалар. Тояҡ тауыштарын ишетеп, ҡыҙ ҡыуаҡ араһына боҫоп ҡала. Тегеләр бының эргәһенән сабып үтеп китәләр ҙә, аҙаҡ, бер кемде лә осратмағас, кире әйләнеп ҡайталар. Ә Ҡәнифә, көн кисләгәнен көтөп ята ла, кеше аяғы һил булғас, юлын дауам итә.

Бер саҡ шулай уны бүреләр уратып ала. Ҡәнифә шунда, түшлегенән энәһен алып, бармағын энә менән нығытып сәнсә лә бөркөлөп сыҡҡан ҡанын бүреләрҙең береһенә һиптерә. Ҡалған бүреләр, кеше ҡанына буялған бүрегә ташланып, өҙгәләргә тотонғас, Ҡәнифә тағы хәлдән тайғансы ары югерә.

Ул шулай бик оҙаҡ килә торғас, аҙашып, юлдан яҙа ла Тамъян-Ҡатай иленә барып сыға. Бер йылға буйына туҡтап, еләк йыйып ашай ҙа яратҡан бер йырын йырлап ебәрә. Уның моңло тауышын ишетеп, яҡындағы йәйләү кешеләре килеп етәләр, ҡайҙан, кем булыуын һораша башлайҙар. Ҡыҙ бер ни тип тә яуап бирмәгәс, уны Верхнеуралға илтеп ҡуялар.

Бындағы түрәләр тирә-яҡҡа, бер ҡыҙ табылды, тип хәбәр ебәрә. Сура батыр был хәбәрҙе ишетеп, Верхнеуралға килә, үҙ ҡыҙы икәнен таный ҙа, Ҡәнифәне алып ҡайтып китә.

Бына шул замандан бире Сура батыр ҡыҙы ҡайтып килгән юлды Ҡәнифә юлы тип йөрөтә башлайҙар.


 

Поделись с друзьями: