Тимерсе Әмин менән Брагин түрә


Ҡасандыр Баймаҡ яғына Брагин тигән ҙур бер түрә килеп төшә. Уны һалдаттары ҡарауыллап йөрөй икән. Был түрә-гә беҙҙең ер-һыуҙар, урмандар, көмөш балығы тулы һаҡмар буйҙары, аҫыл таштары көнгә балҡып ятҡан Яғалса, Ирәндек тауҙары, бигерәк тә тал-ҡамыш менән уратып алынған Талҡаҫ күле оҡшап китә. Был байлыҡтарға хужа булғыһы килә бының. Күп тә үтмәй, ул ошо башҡорт ерҙәрен тартып ала. Брагин бының менән генә ҡалмай, күҙе төшкән һәр ҡыҙҙы тотоп мыҫҡыл итә башлай.

Хәҙерге Әмин ауылы ултырған Яғалса тауы аҫтында Әмин тигән тимерсе йәшәй икән. Ирәндек аръяғында ла, Уралтау аръяғында ла оҫталығы менән уға тиңләшерҙәй башҡа бер кем дә булмай. Булат ҡылыстар ҡойҙорорға тирә-яҡ батырҙары уға ғына килер булған. Брагингә был бик оҡшап өтмәй: халыҡ, ҡоралланып алып, бола ҡуптарыр, тип ҡурҡа был. Тирә-яҡта даны сыҡҡан тимерсене ҡулға алып, хибескә яптырап ҡуя.

Берҙән-бер көн Брагин ошо ерҙә бик ҡаты нығытма һалдырырға уйлай. Ә бының өсөн таш аҡтартырға кәрәк була. Был шунда Әмин тимерсегә килә лә ҡая тауҙың ташын киҫерҙәй бик үткер ҡылыс ҡойорға ҡуша. Әминде тимерлегенә килтертеп, Брагиндең үҙ күҙе алдында ҡылыс ҡойҙорталар. Ҡылысты һынап ҡараһалар, ҡылыс ташты киҫмәй ҙә ҡуя икән. Әмин икенсеһен ҡоя. Быныһы ла ташҡа үтмәй. Брагин бик ныҡ асыуланып Әминде ҡурҡыта. Әмин батыр, бик оҙаҡ уйланғас, тәүәккәлләргә була. Бына тигән булат ҡылыс ҡойоп бирә. Ҡая янына барып, ҡылысы менән бар көсөнә кирелеп сапһа, таш быяла һымаҡ ҡап уртаға ярылып китә.
Брагин, ҡулына шундай ҡылыс килеп эләгеүенә бик шатланып, Әминде иреккә сығара, уға ҡиммәтле бүләк бирә. Ә аҡыл эйәһе аҡһаҡалдар Әминде әрләйҙәр.

— Һин ни эшләнең, батыр? — тиҙәр улар.— Былай ҙа халыҡ был ҡәһәр һуҡҡыр түрә арҡаһында зар илай. Ә инде ул һаҡмар буйына таш нығытма ла һалдырһа, илгә оло ҡаза киләсәк. Ул саҡта бөтөнләй һәләк булырбыҙ,— тиҙәр.

Әмин уларға әйткән:

— Юҡ, был хәл булмаясаҡ! — тигән.

Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, ул кинәт кенә юлға сығырға булып, тиҙҙән Яғалса тауын артылып, күҙҙән дә юғала.

Ул Брагиндең Талҡаҫ күле буйында һалдаттары менән балыҡ тотоп, өйрәк атып, кәйеф-сафа ҡороп ятҡанын белгән була. Әмин батыр туп-тура шунда юл тота. Күл буйына килеп етһә, Брагиндең Талҡаҫ уртаһында кәмәлә балыҡ ҡармаҡлап ултырыуын күрә. Әмин шунда, тиҙ генә әҙернә йәйәһе менән алмас башаҡлы уғын алып, атып та ебәрә. Уҡ, кәмәнең төбөн аҡтарып, күл төбөнә барып ҡаҙала. Брагин ни булғанын иҫләп ҡысҡырырға ла өлгөрмәй ҡала, һыу тулған кәмә бата ла башлай. Аръяҡ ярҙан ярҙамға ташланалар. Тик инде һуң була! Йыуан ҡорһаҡ Брагин йәҙәргә лә белмәй икән. Шулай ҙа, ауыҙына һыу уртлап, күл төбөнә киткәнсе, бармағынан ҡиммәтле балдағын сисеп, һыуға ташлап өлгөрә. Уның ниңә шулай эшләгәнен бер кем дә белмәй.

Брагиндең мәйетен һыу төбөнән табып сығаралар. Аҙаҡ кәмәһен дә табалар. Ҡараһалар, кәмәнең төбө аҡтарылып киткән була. Ни аҡтарғанын берәү ҙә белмәй, һыу төбөн һөҙөп ҡараһалар, алмас башаҡлы башҡорт уғы килеп сыға. Брагиндең бөтә командаһы мәйет тирәһендә ығы-зығы килгәнсе, Әмин тиҙ генә икенсе яҡ ярҙағы Брагин өйөнә инеп, үҙе ҡойоп биргән булат ҡылысын алып та сыға. Ҡылысты күл төбөнә ырғыта ла кире ауылына табан һыҙа.

 Брагин ҡатынының әмере буйынса, түрәләр Әмин менән бергә бөтә башҡорт егеттәрен ҡулға алып, алмас башаҡлы уҡтың кемдеке булыуын белергә тырышалар. Берәү ҙә әйтмәй. Белә алмағас, Брагин ҡатыны ҡулға алынғандарҙы аҫырға ҡуша.

Ҡарт аҡһаҡалдар кәңәш-төңәш итешеп алалар ҙа был ҡатынға килеп:

— Беҙҙең егеттәрҙе харап итмәгеҙ,— тиҙәр,— уларға әле йәшәргә, ил һаҡларға, Аҡ батшаға яһаҡ түләргә кәрәк. Брагинде улар түгел, бына беҙ үлтерҙек,— тиҙәр.

Килгән аҡһаҡалдар дүртәү була. Уҫал бисә уларҙы бик оҙаҡ интектерә. Күпме генә төпсөнһә лә, ҡарттар үҙ һүҙҙәрендә ныҡ тора. Аҡһаҡалдарҙың дүртеһен дә Иҫән йылғаһы ярындағы йөҙ йәшәр дүрт ҡарағасҡа илтеп аҫалар. Ә егеттәр үҙ ауылдарында тороп ҡала. Брагиндең ҡатыны, ҡурҡыуға төшөп, һалдаттары, офицерҙәре менән кире Пи-тербурға ҡайтып китә лә башҡаса был яҡтарға аяҡ баҫмай.

Батыр тимерсе хөрмәтенә ул йәшәгән ауылды халыҡ Әмин ауылы тип йөрөтә башлай, булат ҡылысы менән уртаға ярған ташты Әмин ташы тип атайҙар.

Талҡаҫ күле, имеш, Ирәндек һырты аҫтынан ағып ятҡан йылға аша Сереккүлгә барып тоташҡан икән. Ысынмылыр, юҡмылыр — Брагиндең балдағы, күп замандар үткәс, ошо Сереккүлдә тотолған бер суртан эсенән килеп сыҡҡан, тиҙәр.

 

 

Поделись с друзьями: