Байбул старшина менән Брагин


Таш аҡтартыусы Брагин беҙҙең яҡтарҙа батша һымаҡ йәшәгән, бер кем менән дә иҫәпләшмәй, ни теләһә шуны эшләгән, тиҙәр.

Бер саҡ шулай Иҫәнбәт ауылынан Байбул старшина менән дуҫлашып ала был. Бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Байбул быны, иң ҡәҙерле ҡунағы күреп, һый-хөрмәт итә: тәкә һуйып, бишбармаҡ бешертеп, ҡымыҙ менән һыйлай. Бер көн Байбул ҡыҙын кейәүгә бирәсәген, туйға әҙерләнеүен дә әйтеп һала. Шул саҡ Брагин, тартынып та тормай, туйға бер көн ҡалғас, ҡыҙҙы үҙенә килтерергә бойора.

Байбул уйға ҡала. Брагинде оҙатҡас, Әмин, Сураш, Исмәғил, Моратша батырҙарға барып, бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Былар, кәңәш-төңәш итешеп алғас, ҡара йөҙ Брагинде үлтерергә кәрәк, тигән ҡарарға киләләр.

Брагин Талҡаҫ күлендә ял итеп ятҡан бер көндө былар күлде уратып алалар. Брагин ултырған кәмәгә иң элек Әмин батыр атып ебәрә, теге шунда уҡ күл төбөнә китә. Брагиндең һаҡсыларын ҡырып һалғас, Әмин ауылындағы казармала ятҡан һалдаттарын да һуйып сығалар. Ә казарманың үҙен ут төртөп яндыралар.

Беҙҙең ауылдың Ғариф тигән бер ҡарты үҙе үлер алдынан миңә был хәлдең бер таҡтаташҡа яҙып ҡалдырылыуы тураһында һөйләгәйне. Имеш, ул таш Талҡаҫ күле тирәһенә күмеп ҡуйылған. Тик әлегә был таштың ҡайҙа икәнлеген бер кемдең дә белгәне юҡ, ти.

 

Поделись с друзьями: