Баяс


Һаҡмар буйында мыҡты кәүҙәле, оҫта йырсы, сәсән телле Баязитдин исемле батыр йәшәгән, ти. Ул үҙенең бер туған апаһы менән бергәләп, билгә һөңгө тағып, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, иң яҡшы уҡсыларҙы йыйып, команда төҙөй ҙә колонизаторға ҡаршы һуғыш башлай. Баястың (уны шулай тип йөрөтәләр) ата-әсәһе лә, яҡын туғандары ла язалап үлтерелгән була.

Баяс та, апаһы ла атта оҫта, йылғыр йөрөй белгәндәр. Ярышта көмөш балдаҡ аша уҡ атып, алмаш-тилмәш беренселекте бирмәгәндәр. Дошманға ҡаршы атҡан уҡтары ла бушҡа китмәгән. Шулай ҙа, мылтыҡ менән ҡоралланған карател-дәрҙең ҡыҫымына түҙеп тора алмай, сигенергә мәжбүр булғандар.

Улар Урал арты башҡорттары араһына килеп сығалар. Командалағы кешеләр төрлө ауылдарға таралып ултыра. Апаһы менән Баяс Ирәндек буйлап күсеп йөрөй.

Ирәндектең көнсығыш битендә Баяс сауҡаһы тигән урын бар. Һаҡмар буйындағы Түбәнге Яйыҡбай ауылы ерендә бер тау, Апай тауы тип атала, һөйләүҙәренә ҡарағанда, батырҙар бына ошо ауылдарҙа тороп киткәндәр.

Ил тыныслана башлағас, Баяс үҙе Күсей ауылына урынлашып йәшәй башлай, һылыу ғына ярлы ҡыҙына әйләнә. Ә апаһы Басай 2 ауылына кейәүгә сыға.

Йылдар үтеү менән байҙар, Баясты күрә алмай, килмешәк тип мыҫҡыл итәләр. Ялған ғәйеп тағып Себер ебәрергә һүҙ беркетәләр.

Баяс, быны һиҙеп, тағы ҡасҡынға әйләнә. Өйө тирәһенә көн-төн йәшерен ҡарауыл ҡуйыла. Ҡасҡынды тота алмағас, «эҙләүҙе туҡтатырға» тигән булып ялғән хәбәр тараталар. Шымсылар Баястың ҡатынынан күҙ ыскындырмайҙар.

Баяс менән ҡатыны шулай ҙа осрашып торғандар. Уларҙы, уңайын тура килтереп, тота ғына алмағандар. Баястарҙың икәү-ара вәғәҙәләре була: аулағырак яҡҡа китергә. Ошо уй менән йәйҙең матур бер көнөндә, еңелсә генә кейем-һалым, аҙыҡ ала ла ҡатыны, еләккә киткән кеше булып, йә-шеренә-йәшеренә юлһыҙ ерҙәрҙән ире янына юнәлә. Шымсылар һиҙҙермәй генә бының артынан күҙәтеп баралар. Түҙемһеҙлек менән көтөп торған Баяс күреү менән ҡатынын ҡосаҡлап ала. Ҡораллы шымсылар килеп, уларҙы шунда тоталар. Баястың аяҡ-ҡулын бәйләп, хәлдән тайғансы туҡмап, ауылға килтерәләр.

Ни тиклем ҡаты туҡмаһалар ҙа, Баяс дошмандарына бер һүҙ өндәшмәй. Сырайын да һытмай.

Себергә оҙатҡанда, ике һыбайлы, тимер сынйыр менән етәкләп, урам буйлап үтәләр. Шул саҡта Баяс моңло тауыш менән йырлап ебәрә:

 

Һауаларҙа уйнай, ай, ыласын ҡош,

Тоякҡайҙары ҡыҙыл буяулы.

Үҙ илкәйҙәремдән, ай, һөрөлгәс,

Кем балаһы кемгә аяулы?

 

Ат ҡушаҡлап йөрөп бында килдем,

Ҡалдырҙым мин тыуған ерҙәрҙе,

Уғыры ла тип хурламағыҙ,

Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе.

 

Ирәндеккәй тауҙа йөрөгәнемдә

Уң ҡанатҡайҙарым ат булды.

Ғәзиз генә башым әсир булғас,

Дуҫ-иштәрем минең ят булды.

 

Ямғыр яуған саҡта ҡырҡып алдым

Йәш сауҡаны — ҡыуыш ҡорорға.

Хаҡ тәғәлә беҙгә яҙған микән

Нәҫел-ырыуыбыҙ ҡорорға.

 

Ҡояш ҡына сыға, ай, әйләнеп,

Алһыу нурҙарына ла бәйләнеп,

Һау-сәләмәт булһам, бер ҡайтырмын,

Тыуған илкәйемә лә әйләнеп.

 


Баястың зарлы йырҙарын ишетеп, ауыл ярлылары, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға сыр-сыу килеп илашып ҡала. Шул китеүенән Баяс әйләнеп ҡайтмаған.

 

Поделись с друзьями: