Камал ҡасҡын


Бынан ике йөҙ йылдар элек беҙҙең Иҙел башы яҡтарында Камал исемле бик батыр егет булған. Ул Бүгәс менән Салауат яуҙарында ҡатнашып йөрөгән. Уны тотоп алып, аяҡ-ҡулын бығаулағандар ҙа баструкка ултыртҡандар. Шулай ҙа Камал баструктың мөрйәһенән сығып ҡасҡан. Бик оҙаҡ ил гиҙеп йөрөй торғас, тыуған ауылына ҡайтып еткән. Аяҡ-ҡулынан бығауҙарын бысып алғандар бының. Тик ауылда оҙаҡ торорға ярамағанлыҡтан, Камал урманға ҡасып китеп, юлбаҫар булып йәшәргә булған.

Камал ярлы-ябағаға, етем-ебергә тырнаҡ осон да тейҙермәй, тик бай-түрәләрҙе, купец-сауҙагәрҙәрҙе генә талап йөрөй икән. Шуға ла улар уны батша һалдаттарына тотоп бирмәксе булалар.

Бер саҡ шулай Йыһанша тигән бай, Камал артынан төшөп, ҡыуып килә торғас, уның аяғын яралай. Яралы көйөнсә лә Камал унан ҡасып ҡотола. Кеше аяғы баҫмаған ике тау эсендәге бер мәмерйәлә ул үҙенә төйәк ҡороп йәшәй башлай. Кәләш йәрәшеп, уны ла шул тау ҡыуышына алып китә. Был тау итәген әле лә Камал ҡултығы тип йөрөтәләр.

Камал шулай йыш ҡына ауылына ҡайтып йөрөй. Ауылға инер алдынан ул һәр саҡ ҡурайын һыҙҙырып ебәрер була. Уның ҡурайҙа шул тиклем моңло уйнауын ишетеп, йәше-ҡарты — бөтәһе уға ҡаршы сығып, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым биреп ебәрер булған.

Камалды бик оҙаҡ ваҡыт бер кем дә тота алмай. Шулай ҙа бер көндө уның ҡайтып килгәнен аңдып торған стражниктар Ҡотҡар ауылы аръяғында атып үлтерәләр. Кәүҙәһен йылға ярына ҡом менән күмеп китәләр. Камалдың үҙенән бер аҙым да ситкә китмәй йөрөй торған саптар аты менән ерән бурҙайы була. Атын стражниктәр тотоп алып киткәс, бурҙайы өс көн буйы Камал ҡәбере өҫтөндә шыңшып илап ята. Тик аҙаҡ кемдер бурҙайын да атып китә.

 

Поделись с друзьями: