Бейеш батыр


Бейеш батыр бер ауылда йәки бер урында ғына йәшәмәгән. Ул күп ғүмерен Ирәндек менән Уралтау буйҙарында үткәрә. Ни өсөн тиһәң, ул заманының түрә-ҡаралары, байҙары менән һыйышмаған, уларҙы күрә алмаған.

Бейештең ата-әсәһе ярлы була. Шуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең тиңдәштәре араһында ҙур кәүҙәле, көслө бала булып үҫә. Малайҙан өлкәнерәктәр ҙә шөрләгән. Көрәшкәндә, уйнағанда яңылыштан ҡайһы берҙә тиңдәштәренең аяҡ-ҡулдарын да һындырып ҡуя торған булған. Бай балалары илаһа, бәлә һалһа, яза гел Бейештең ата-әсәһенә төшкән.

Ун-ун ике йәштәрҙә инде ул бик ҙур кәүҙәле малай булып үҫеп етә. Ни тотһа, шуны һындыра был. Ҡулдары көрәктәй, йоҙроҡтары сүместәй була. Ә ун алты-ун ете йәшендә киң яурынлы, яҫы маңлайлы, үткер күҙле, ҡара йылтыр йөҙлө һылыу егет була. Урта кәүҙәле берәй кеше Бейеш янында торһа, бала һымаҡ ҡына күренгән. Бәйгеләрҙә көрәштә уны бер батыр ҙа йыға алмаған, күптәр Бейеш менән көрәшеүҙән ҡурҡҡан.

Бейеш батырҙың ата-әсәһе ҡартая башлаған. Егет үҙе бер байҙа ялланған. Ул эшкә шәп булған. Эшен дә эшләгән, ашын да ашаған. Бер ултырғанда бер ҡуйҙы, йә биленә ураған ҡаҙыны ашап бөтә торған булған. Эш хаҡың атауыңдан артмай, тип байҙар уға бик аҙ түләгәндәр. Бындай саҡта Бейеш батыр асыуынан байҙы туҡмап сығып китә торған булған. Шуға ла байҙар нисек тә булһа унан ҡотолоу юлын эҙләй башлайҙар.

Бейеш батыр ҙа уларҙы күрә алмай. Ата-әсәһе ярлы тормошта үлеп китәләр.

Бейеш батыр каскынға әйләнә. Байҙарҙы, түрәләрҙе талап, йорттарын яндырып, үс ала. Алған аҡсаларҙы, затлы әйберҙәрҙе ярлыларға таратып бирә. Түрәләр нисек булһа ла Бейеште юҡ итеү юлын эҙләй. Уға «Бейеш ҡараҡ» тигән исем тағалар.

Бер саҡ батырҙың эҙенә төшәләр. Уны Ирәндек тауында осраталар. Батыр артыҡ аптырап тормаған. Тирә-яғында үҫеп ултырған баҫрау йыуанлыҡ ағастарҙы ҡырҡып алып, ҡыуыусыларҙы туҡмай башлаған. Эҙәрләүселәр ҡоттары осоп ҡасалар.

Шунан Бейеш батыр Ирәндек, Урал тауҙарының ҡая таштары, ҡуйы урмандары араһында көндәрен үткәрә. Төнгә кергәс, байҙарҙан үс ала. Ул һәр көн үҙенең юлын яңылыштырып йөрөй. Төрлөсә кейенеп, ауылдарға, ҙур баҙарҙарға ла килеп сыҡҡылай. Бер ваҡыт ул Хәлил баҙарына килә. Баҙарҙа көсө менән тирә-яҡта дан алған бер ҡуштан батыр була. «Бейеш ҡараҡты күрһәм, уны тотоп алып, ҡул-аяҡтарын бәйләр ҙә тештәрен кеҫәһенә тултырып ебәрер инем»,— тип маҡтана икән был. Уның һүҙҙәрен Бейеш ишетеп тыңлап торған.
Бына теге батыр ҡайтыу юлына сыға. Уның артынан Бейеш тә ҡуҙғала. Улар икеһе лә арбаларына саҡ һыйып китеп баралар. Бер аҙҙан Бейеш тегене ҡыуып етә. Ҡуштан батыр: «Бейеш ҡараҡты беләһеңме?»—тип һорауға: «Беләм»,— тип яуаплай Бейеш.

— Ҡайҙа һуң ул ҡараҡ, мин уның тештәрен йолҡоп кеҫәһенә һалып ебәрәйем әле? — ти ҡуштан.

— Бейеш батыр бына мин булам,— тигән Бейеш. Ике батыр алыша башлаған. Бейеш тегенең аяҡ-ҡулдарын арбаһына ҡуша бәйләп, тештәрен берәм-берәм һурып алып, кеҫәһенә һалып ебәргән.

Көндәрҙең береһендә Бейеш Урал тауы буйлап йөрөгәндә бер рус кешеһен осрата. Ул да ҙур кәүҙәле, киң яурынлы, етен сәсле, үткер күҙле ир икән. Улар бер-береһенә өнһөҙ-тауышһыҙ яҡын киләләр ҙә үҙ-ара аңлашалар, танышып китәләр. Завод хужаһын үлтерә һуғып, Урал тауҙары буйлап ҡасып йөрөүсе Синцов фамилиялы кеше икән был. Хәҙер улар икеһе бергә ҡасҡын булып йөрөйҙәр, байҙарға ҡаршы көрәшәләр, үс алалар.

Синцов Бейешкә ҡарағанда ла көслө була. Ул ун ике ботлоҡ батман алып йөрөй. Байҙарҙың магазиндөрен талап алған аҡсаларҙы, затлы нәмәләрҙе улар ярлыларға таратҡандар.

 Бейеш, нисектер бер Синцовтан айырылып, ауылдар буйлап сығып киткән. Ул бөтөнләй икенсе кейем кейенеп ала, үҙен танымаҫтар тип уйлай. Тик быны танып алалар ҙа байтүрәләр ҡыуа сығалар. Бейеш атын эйәрләй ҙә һыбай урманға, тау араһына ҡаса.

Ҡыуыусылар, яңынан-яңы атҡа атланып, Бейешкә яҡынлашалар. Батыр Ағиҙел башы Ирәмәлтауға менә башлай. Тегеләр бик яҡынлашҡас, Бейеш, атынан төшөп, ҡая тау башына үҙе үрмәләп менеп китә. Тегеләр ҡая таштың тирәяғын һырып алалар, артынан үрмәләйҙәр. Бейеш ҡая башындағы бейек ҡарағас башына менә. Тегеләр быға төшөргә-ҡушалар.

Батыр тереләй бирелергә теләмәй. Ҡуштандар балта менән ҡарағасты тумыра башлайҙар. Хәҙер Бейеш батырҙың башына бер уй килә. Ул йәйелеп үҫкән ике йыуан ҡарағас ботағын беләктәренә урап тота ла, уны ҡанат (таяу) итеп, Ағиҙел аша оса. Бейеш Ағиҙелдең икенсе яғына осоп барып төшә лә, үҙен ҡыуып килеүселәрҙе мыҫҡыллы һүҙҙәр менән әрләп, йырлай-йырлай Урал урмандары араһына инеп юғала.

Шунан Бейеш батыр байҙарға, түрәләргә ҡаршы тағы усалыраҡ көрәшә башлай. Уларға ҙур ҡурҡыу һала. Бейеш батырҙы һаман эҙәрләйҙәр.
Бер йылды ҡар иртә яуа. Эҙләргә сығыусылар аҡ ҡар өҫтөндә Бейеш батырҙың эҙҙәрен табалар ҙа буйлап китәләр. Бер аҙҙан Бейеш тотола. Күмәк көс батырҙы еңә.

Ҡарттарҙың ҡайһы берәүҙәре, Бейеш батырҙы туҡмап үлтергәндәр, икенсе берәүҙәре, уны һөргөнгә ебәргәндәр ҙә шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтмаған, тип һөйләйҙәр. Өсөнсөләре, уны тота алмағандар икән, тип тә әйтәләр.

Бейеш ҡасып йөрөгәндә йыр сығарған.

 

 

Поделись с друзьями: