Бейеш


 

Бейеш ул байҙарға, түрәләргә ҡаршы көрәшеп, урмандарҙа ҡасып йөрөгән бер кеше. Ҡасып йөрөгәнендә, Бейеш үҙе тураһында йыр сығарып, көйләп йөрөгән:

 

Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем,

Тышҡынайын ниҙән тышлайым?

Йәйгенәһен бында, эй, йәйләнәм,

Ҡышҡынаһын ҡайҙа ла ҡышлайым?

 

Бейеш бәһлеүәндең ҡырҙа йөрөгәнен ярлы-ябаға күрһә лә, эҙләүселәргә хәбәр итмәгән. Байҙар быны ҡулға төшөрөргә бик тырышҡан, ни өсөн тиһәң, юлдан үткән бер генә байҙы ла таламайынса үткәрмәгән ул.

Шулай ҙа бер ваҡыт Бейештең урманда йөрөгәнен күреп, бер кеше урядниккә килеп хәбәр итә. Күмәкләшеп эҙләй сығалар. Бейеш ысынлап та урманда була. Артынан ҡыуып еткәс, быға тотонорға берәү ҙә баҙнат итмәй икән. Нисек итһә итеп, Бейеште тоталар. Ҡул-аяҡтарын сынйыр менән бәйләп, Орский өйәҙ төрмәһенә оҙаталар. Бығаулы көйө, ғазап сигеп, бик күп ауырлыҡтар күтәреп төрмәлә йәшәй башлай Бейеш.

Бер көн шулай аяҡ-кулдарындағы бығауҙы өҙгәләп, төрмә тәҙрәһенең тимер ҡоршауҙарын һүтеп ала ла, тимерҙең барыһын бер урынға йыйып, өҫтөнә менеп ултыра.

Иртәгеһен төрмәлә проверка уҙғарғанда был хәлде күреп, аптырап китәләр. Тотҡондоң аяҡ-ҡулына тағы ла ҡалынырак бығауҙар кейҙереп, нығыраҡ төрмәгә ултырталар. Ниндәй генә ауыр ғазаптар күрһә лә, Бейеш сыҙай. Үҙ күңелен үҙе йыуатып йыр сығара:

 

Ишектәре төрмәнең, ай, нумирле,

Тәҙрәләре уның тимерле.

Аяҡта ла кулда тимер бығау,

Ыскындыра алмай ҡулым тимерҙе.

 

Яҙ булыукайҙарын, ай, белерһең:

Ҡарайып-ҡарайып күренә үңерҙәр,

Сәғәттәре айҙай, айы йылдай

Төрмәләрҙә үткән ғүмерҙәр.

 

Шулай итеп, күп ғазаптар менән өс йыл ғүмер уҙып китә.

Бер заман, йәй көнө, Александр второйҙың батша булып ултырыу уңайы менән өйәҙҙәрҙә, ҡалаларҙа байрам үткәрелә. Орск ҡалаһында коронование байрамы барыуын төрмәлә ултырған Бейеш тә ишетә. Яманһыу булып китә быға. Ашарына килтергән ашын ашамай. Төрмә начальниктәре: «Ниңә ашамайһың?» — тип һорағас, Бейеш: «Мин ашай алмайым. Элек, ирекле ваҡытта, һәр бер туйҙа ҡатнашып, көрәштә алдыма кеше сығармай торғайным. Бөгөнгө коронование байрамы минең шул ваҡыттарымды иҫемә төшөрҙө»,— тигән.

Байрамда бик күп халыҡ йыйылған була. Ат саптыралар, малайҙар югерешәләр. Шунан көрәш башлана. Көрәштә бер ҡаҙаҡ бәһлеүәне алдына берәүҙе лә сығармай икән. Йыуан, ҙур кәүҙәле кеше ти был ҡаҙаҡ батыры. Көрәшкә әҙерләнеп килгән ир-егеттәрҙең барыһын да ырғытып бөткәс, түңәрәк яһап ултырған халыҡҡа ҡарап: «Эй, ҡайҙа ҡасып бөттө батырҙарығыҙ? Булһа, килең!» — тип һөрән һалған. Шул ваҡыт төрмә начальниге өйәҙнейгә килеп, төрмәлә бер көрәшсе бәһлеүән ятҡанын әйтә. Тиҙ генә ат ектерәләр ҙә Бейеште алырға ебәрәләр.

Бейеш әйтә: «Улай булғас, миңә бер кружка һөт килтерегеҙ»,— ти. һөт алып киләләр, һөттө эсеп ала ла, китә бил коронование барған ергә. Түрәләр ҡаҙаҡ батыры менән көрәшерҙәй кеше таба алмай ултырғанда, килеп етә Бейеш. Майҙанға йөҙҙәре һарғайып, йонсоп бөткән бер кеше сыҡҡас, халыҡ бошоноп та ҡуйған. Ҡаҙаҡтар унан көлөп: «Эй, бы-науы бер әҙәм төпто үҙенең үлеменә ҡан тартып килеп ятыр»,— тигән.

Ҡаҙаҡ бәһлеүәне көрәшкәндә ҡулына сынйыр тотоп көрәшкән. Бейеш батыр ҙа көрәшеү өсөн сынйыр һорап ала. Тик ул сынйырҙың ҡул менән тота торған өс яғына ҡайыш ҡуйҙыра. Ҡаҙаҡ батыры: «Мин сыҙамайым ғуй, тиҙерәк әпкилең»,— тип, Бейеш батырға яҡынлашҡас та, Бейеш уның күкрәгенән этеп ебәреп, майҙанды бер мәртәбә урап сыҡҡан. Үҙе кешеләргә: «Әгәр ҡаҙаҡты тәүҙә мин күтәрһәм, һөрәнләгеҙ, ҡаҙаҡ мине күтәрһә, өндәшмәгеҙ»,— тип әйтеп йөрөгән.

Шунан һуң майҙан уртаһына килеп, ҡаҙаҡ батыры менән ҡул тотошалар. Ҡаҙаҡ батыры кеше тотоп алыу менән бер мәртәбә һелккеләп, таушап алып, шунан һуң ғына ташлай торған булған. Бейеш батырҙы ла шулай итеп һелкмәксе булған был. Тик Бейеш тегенең һелкеүенә бирешмәгән, бер аяғы менән ергә тубыҡланып ҡалған. Майҙанда ултырған халыҡтар араһында: «Ай, бынау меҫкенде асыуланып үлтерә ташлап ҡуймаһын был ҡаҙаҡ»,— тигән һүҙҙәр таралған. Әммә ҡаҙаҡ батыры Бейеш бәһлеүәнде күтәрә алмаған. Бейеш ҡаҙаҡ бәһлеүәнен ергә йығып, майҙан урталап ултырған түрәләр янына һөйрәп алып барған.

Майҙандағы халыҡ аяғүрә тороп ҡысҡырышҡан. Бейеш ҡаҙаҡ батырын әллә ҡайҙа ырғытып ташлаған икән. Тегенең яурын һөйәге онталып, бер ҡулы һынған, ти. Халыҡ быға таң ҡалған.

Урыҫ, татар, башҡорт — һәммәһе, аҡса, тауар, кейелгән кейем менән Бейеште бүләкләй. Хатта өйәҙ начальниге үҙе лә бүләкләй Бейеште.

«Тағы ниндәй һәнәрең бар?» — тип һорайҙар икән бынан түрәләр. Бейеш: «Мин элек бик мәргән атыусы ла була торғайным,— ти. — Ҡулға алған саҡта, уҡ-һаҙағым да үҙем янымда ине»,— ти. Тиҙ генә төрмәнән бының уҡ-һаҙағын алдырталар. Байрам барған майҙандан саҡрым ярым алыҫлыҡта бер сиркәү була. «Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, мин мәрәйгә атмай, анау сиркәү башындағы тәре өҫтөндә ултырған ике ҡарғаға атыр инем»,— ти икән Бейеш. «Ат әйҙә, булдыра алһаң»,— тиҙәр быға түрәләр.

Бейеш батыр ҡарғаларҙың икеһен ҡуша атыу өсөн бер аҙ ҡырғараҡ сыға.

— Был ҡарғаларҙың ҡайһы еренә атайым? — тип һорай был түреләрҙән.

— Ҡарғаларҙың ҡайһы еренә атһаң да ат, тик тәрегә тейгеҙмә,— тиҙәр икән тегеләр.

— Мин был ҡарғаларҙың икеһенең дә баштарын өҙә атам,— ти икән Бейеш.

 Атып та ебәрә — ҡарғалар ҡолап та төшә. Иҫе китеп торған халыҡ төркөмө сиркәүгә ҡарап югерә башлай. Түрәләр ҡысҡыра икән:

— Туҡтағыҙ, йәмәғәт, туҡтағыҙ! Хәҙер ат менән алдыртабыҙ ҡарғаларҙы,— тип, халыҡты туҡтаталар. Ат менән сабып барып, ҡарғаларҙы алып килһәләр, тегеләрҙең икеһенең дә баштары өҙөлгән, ти.

Шул көндө үк Бейештең бүләктәрен ат менән батырҙың атаһы йәшәгән ауылға ебәрәләр. Өйәҙ начальниге Бейештән:

— Һине ни өсөн төрмәгә ултырттылар? — тип һорай.

— Мин байҙарға ҡаршы булдым,— ти Бейеш.— һәр ваҡыт һөжүм ҡылып йөрөнөм,— ти.

Шулай булһа ла өйәҙ начальниге Бейеште, үҙенә алып ҡайтып, өс көн ҡунаҡ итә. Шунан һуң төрмә начальнигенә Бейеште иреккә сығарырға ҡуша. Бейеш төрмәнән сығып ауылына ҡайта. Тик барыбер ул элекке ғәҙәтен ташламай: байҙарға ҡаршы көрәшеп, шул юлда үлә.

 

 

Поделись с друзьями: