Юркә-Юныс


1840—1850 йылдарҙа хәҙерге Курган әлкәһенең Сафакүл районы Атйетәр ауылында Юныс исемле бер егет йәшәгән. Ул үҫеп еткәс, Шәрип тигән байға ялсылыҡҡа инә. Шәрип бай был яҡ башҡорттары араһында үҙенең йыртҡыслығы менән дан тотҡан була. Юныс эшкә бик сос була. Бер саҡ байы Урал артындағы Юрматы ауылынан етенсе ҡатынлыҡҡа бер йәш ҡыҙ алып ҡайта. Ҡыҙ Юнысҡа бик оҡшап китә. Ҡыҙ ҙа байҙы бер ҙә тиңһенмәй. Үҙе Юнысты эстән генә яратып йөрөй икән.
Юныс уның менән ҡасып китергә уйлай, тик эш ул уйлағанса барып сыҡмай. Ҡатындың Юныс менән китергә батырсылығы етмәй.

Бай үҙ ҡатыны менән Юныстың мутлығын һиҙә башлай. Ялсыһын үлтерергә була. Юныс урман-тау араларына ҡасып ҡотола.

Юныс менән байҙың йәш кәләше ауыл янындағы урманда осраша башлайҙар. Бай быны белә. Асыуынан шартларҙай булып, икенсе бер ялсыһын саҡырта ла әйтә:

— Шул Юнысты тотоп үлтерһәң, ярты байлығымды бирәм,—ти,—маллы ла, кәләшле лә булырһың,—ти. Теге риза була.

Берҙән-бер көндө: «Мин дә ҡасып сығып киттем»,— тип ул Юныс янына килә. Шул көндө Юныс бай бисәһенең йөҙөгөн кейеп ҡайтҡан була. Был һатлыҡ йән Юныс бармағындағы йөҙөктө күреп ала.

Юныс уға ҡарата башта һағыраҡ йөрөй. Теге ялсы тырыша, Юныс менән бергә мал урлаша. Әкренләп ул Юныстың ышанысына инә.

Бер көн «кәсептән» ҡайтҡас, ашап-әсеп алалар ҙа йоҡларға яталар. Юныс бик ҡаты йоҡлап китә. Шуны ғына көтөп торған ялсы Юнысты үлтерә. Шатлығынан ни эшләргә белмәй, байы янына ҡайтып етә.

— Юнысты юҡ иттем,— ти. Бай хәйләкәр генә мыйыҡ аҫтынан йылмайып ала ла:

— Ярай, улай булһа, уның бармағында минең йәш ҡатындың йөҙөгө булыр, шул йөҙөклө бармағын киҫеп килтер,— тип бойора.

Ялсы китә. Бай уйлап ҡуя: «Бер дошманымдан ҡотолдом, был мөртәтте лә теге донъяға олаҡтырырға кәрәк»,— ти.

Бер аҙҙан ялсы ҡайтып етә. Юныстың йөҙөклө бармағын байға бирә. Шәрип бай ялсыһын бик маҡтай. Уның хөрмәтенә һый әҙерләргә ҡуша. Бай теге ялсыны иҫертеп йыға ла юҡ итә.

Халыҡ байҙың был эшен белгәс, мәрхүм Юнысҡа арнап йыр сығара.

 

Аҡтүбәкәйҙәрҙең иң башынан

Күренәлер Аҡйун далаһы,

Ҡуштсайынҡайҙарға яҙыу яҙған

Юркә-Юныс — Кирәй балаһы.

 

 

Поделись с друзьями: