Тархан ҡыҙы менән «Йософ китабы»


Борон-борон заманда бер башҡорт тарханының бик һылыу ҡыҙы булған. Ҡыҙ бик холоҡһоҙ икән, бер кемде лә яратмай ҙа, оҡшатмай ҙа икән был. Атаһы кейәү таба алмай ҡаңғырып, тамам тәҡәте ҡороп бөткән.

Тарханды ҡыҙғанып, бер ҡарт хажи уға шундай әмәл өйрәткән:

— Мысыр батшаһында «Йософ менән Зөләйха» тигән бер мөхәббәт китабы бар икән, шуны уҡыған бер кеше йән һөйгәнен таба икән,— тигән.

Тархан күп уйлап тормаған, Ырыҫбай исемле бер йылғыр ғына мулланы саҡыртҡан да Мысырға барып ана шул мөхәббәт китабын алып ҡайт, тип бойорған. Юл хәжәте минән булыр, иллә-мәгәр йәһәтерәк йөрөй күр, тигән. Ырыҫбай мулла Мысыр батшаһына киткән. Муллаға мөхәббәт китабын алып ҡайтырға түгел, шунда һарайҙан сыҡмай ғына уҡып торорға биргәндәр. Иртән алаһың да төнгөлөккә үҙ урынына кунһың, тигәндәр. Уҡып бөтмәһәң, йәнә иртәгеһен алып, кис менән урынына ҡулһың, тигәндәр.

Был шартты Ырыҫбай боҙмай үтәгән. Китапты иртән алып уҡыған да, уҡығанын көн буйына ятлап, кис батшаның китап кәштәһенә ҡуя икән. Ятлаған өлөшөн төн ултырып күңеленән ҡағыҙға яҙа икән. Ете көндә «Йософ китабын ятлап алып, һәр бер һүҙен тән буйы керпек ҡаҡмай ҡағыҙға төшөрөп, Мысыр батшаһына күп рәхмәттәр әйтеп, Ырыҫбай мулла Тыуған иленә ҡайтып киткән.

Ҡайтып ингәс тә, мулла ҡулъяҙманы хан ҡыҙына тотторған. Ҡыҙ ашар ашын, йоҡлар йоҡоһон онотоп уҡыған да уҡыған, ти. Был мөхәббәт китабын уҡып бөткәс, тәмле йоҡоға сумған. Төшөндә һөлөктәй һылыу бер егетте күреп, шуға мөкиббән китеп ғашиҡ булған, ти. Был эшкә ҡыҙынан былай атаһы ҡыуанған. Мулланан: «Был хеҙмәтең өсөн һиңә ниндәй бүләк бирәйем һуң?» — тип һораған. Мулла уға: «Миңә бер ниндәй ҙә бүләк кәрәкмәй, бына ошо үҙем ятлап алып ҡайтҡан «Йософ менән Зөләйха» китабын ил эсендә ырыуҙан-ырыуға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә, йорттан-йортҡа уҡып йөрөргә рөхсәт итһәң, мин шуға бик ҡәнәғәт булыр инем»,— тигән.

Тархан уйға ҡалған, шунан ул: башҡа бүләк һора, быны-һына риза була алмайым, ни өсөн тиһәң, минең арҡала бөтә эбер-себер йәш-елкенсәк үҙ ишен табып, бик рәхәт йәшәп китмәй торһондар әле тип, ҡырт киҫкән. Шулай ҙа Ырыҫбай мулла әйткәнде бәйнә-бәйнә тыңлағас, тархан был яман уйын үҙгәртергә мәжбүр булған. Ни өсөн тигәндә, мулла тарханды ҡурҡытҡан: «һинеңсә итһәк, тарханым,— тигән ул,— ҡыҙың төшөндә күреп ғашиҡ булған егете менән ҡауыша алмайынса һарғайып үләсәк. Ул егет кейәүең булһын өсөн ҡыҙыңдың төшө генә етмәй. Егет үҙе лә ҡыҙыңды төштә күреп ғашиҡ булырға тейеш һәм шунан ул үҙе эҙләп килер. Ә «Йософ китабын» уҡымай йәиһә уны тыңламай тороп, ул быны эшләй алмай»,— тигән.

Тар күңелле тархан быға ҡаршы һүҙ әйтә алмай ауыҙы ябылған. Нишләһен, риза булған.

Ырыҫбай мулла бөтә илде ҡыҙырып ырыуҙан-ырыуға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә «Йософ менән Зөләйха» китабын яттан һөйләп йөрөгән. Халыҡ араһында ул иң ҡәҙерле, иң һөйөклө ҡунаҡ булып дан алған. Уның исеме бөтә тирә-яҡҡа таралған. Тиҙҙән теге егет тә тархан ҡыҙын төшөндә күреп, йәне-тәне менән ғашиҡ булған. Урал арҡалап, Иҙел кисеп, михнәт сигеп, хәтһеҙ ерҙәрҙе үтеп килеп йән һөйгәнен эҙләп тапҡан, ти. Ике йәш йөрәк ана шулай ҡауышҡан, ти.

 

Поделись с друзьями: