Уҙаман апай


Борон Ирәндек яғында Уҙаман исемле апай йәшәгән. Ул төҫкә һылыу ҡыҙ булған. Уның һылыулығы тураһында курше-тирә ауылдарҙа ла һоҡланып һөйләгәндәр. Уҙаман апай, ук-һаҙағын алып, көн һайын Ирәндектең иң бейек түбәһенә менеп тирә-яҡты күҙәтә торған булған. Берҙән-бер көндө Ирәндек башынан ҡарап торһа, үҙҙәренә табан яу килгәнен күреп ҡала. Шунда уҡ ағайҙарына хәбәр итә. Ағайҙары Уҙаман апайҙан көләләр:

— Бында ниндәй яу килһен,— тиҙәр,— юҡты һөйләмә, ҡарындаш! — тиҙәр.

Яу яҡынлашкандан-яҡынлашҡан. Уҙаман апай йәшәгән урынды тирә-яҡтан ҡамап алған.

Уҙаман апай ҡамауға эләкмәй, ике еңгәһен дә ҡотҡара алған. Еңгәләре Уҙаман апайға рәхмәт әйткәндәр. «Ағайҙарыңды ла ҡотҡара күр инде!» — тип ялынғандар.
Уҙаман апай хәйлә менән ағайҙарын да ҡотҡарып алып сыға.

Яу Уҙаман апайҙың үҙен алыу өсөн булған икән. Уҙаман апай Ирәндектең иң бейек түбәһенә менә лә яуға ҡаршы ата башлай. Атҡан уғы бер бушҡа китмәгән, ҡаршы килгәндәрҙе тиҫтәләп ҡырып ҡына торған, ти ул. Уҡ-һаҙағы бөткәс, ул өйкөм-өйкөм ултырған тал төбөнә килә лә ҡысҡыра:

— Ағайҙар, һеҙ миңә тал ҡырҡып биреп тороғоҙ,— ти.

Ағалары уҡ әҙерләп бирә торған, Уҙаман апай ата торған. Яу еңелгән. Иҫән ҡалғандары ҡасып киткән.

Көндәрҙең береһендә бик алыҫ ерҙән уға бер яусы килгән, Уҙаман апай ризалыҡ биргән. Киленде ҡайны булған кеше үҙе килеп ала. Ҡыш ваҡыты икән. Санаға йыһаздарын тейәп, киленде алып ҡайтып киткән. Был юлда ағас башында бер һуйыр күргәндәр. Ҡайны кеше атын туҡтатып һуйырға ата башлаған. Тик бер ҙә тейҙерә алмай икән. Шул ваҡыт Уҙаман апай ҡайныһынан уҡ-һаҙағын тартып ала ла һуйырҙы атып төшөрә.

Ҡайны кеше:

— Был ниндәй әҙәм икән,— тип ҡурҡып, киленен төшөрөп ҡалдыра. Ҡарт был эште ауылға ҡайтып һөйләй. Киленде ҡабат килеп алып ҡайталар.

 

Поделись с друзьями: