Әүәҙбикә


banner 13

Бөрйән ырыуында Дәүләт тигән егет менән Әүәҙбикә исемле ҡыҙ йәшәгән. Былар бер-береһен кесе йәштән яратышҡандар. Етем һеңлеһенән башҡа, Дәүләттең бер кеме лә булмаған. Үҫеп еткәс, былар бергә-бергә тормош ҡоралар.

Боронғолар яулашып, даулашып, бер-береһенең малын талап йәшәр булғандар. Дәүләт тә яуға йөрөгән. Яуҙарҙың береһендә Дәүләт ҡаҙаҡтарға әсир төшкән.
Әүәҙбикә малдарын әйҙәгән дә яуҙан ҡасып киткән. Ялан яҡҡа килеп, Ер күперҙе сыҡҡас, хәҙерге Әүәҙбикә ҡулында туҡталған.

Аҫабалар үҙ ерҙәрендә сит ырыуҙың малы йөрөгәнен күреп килһәләр, бер ир кешегә тап булалар. Шул кеше Әүәҙбикә булған. Үҙен аҫабаларға Әүәҙғол тип танытҡан. Бер аҫау айғыр, бер ҡама бүрек биреп, аҫабаларҙан ер һатып алған, Илсеғол ауылында тора башлаған. Әүәҙбикә Дәүләттең ҡасан булһа ла ҡайтасағына ышанған.

Дәүләт әсирлектә яфа сигеп, ҡол булып йәшәгән. Ҡасып китмәһен өсөн, Дәүләттең аяҡ табандарын ярып, ат ҡылы менән урағандар. Шунда уҡ ҡаҙаҡ байының ҡулында көн итеп ҡартайған бер кәмпер 2 булған. Уны йәш кенә сағында урлап килтергәндәр икән. Алыҫ ерҙәрҙә йәшәһә лә, үҙе тыуған яғын — Уралын һис тә онотмаған. Бала-сағалы булып бөтһә лә, йәшәгән ерен ерһенмәгән. Дәүләткә ҡасыу юлын да шул ҡатын өйрәткән. «Уралға юл тотҡанда, Етегән йондоҙҙо уң яҡ ҡулбашыңда ҡалдыра бар»,— тигән. Юлға май, ҡорот әҙерләгән, бәләкәй генә бер хәнйәр ҙә биргән.

Табанындағы яраһы уңала төшөү менән Дәүләт ҡасҡан. Арттан ҡыуа сыҡҡансы, байтаҡ юл алған. Ҡаҙаҡтар саң борҡотоп ҡыуып киләләр икән. Ҡыуып етә башлағас, ул бер күлдең тарай 3 араһына инеп һыуға сумған да ҡурай аша ғына тын алып ятҡан. Ҡаҙаҡтар таба алмағас, күл тирәләй кейеҙ урап һаҡҡа эт ҡуйғандар, ти.
Дәүләт һыу эсендә өс көн ятҡан. Шунан төндә хәнйәре менән кейеҙҙе ярып, тағы ҡасҡан.

Ҡаҙаҡтар тағы ла ҡыуа төшкәндәр. Башҡорт ерҙәренә килеп сыҡҡас, кире әйләнеп ҡайтып киткәндәр. Дәүләт Ирәндеккә, үҙҙәренең элек йәйләп ятҡан йәйләүенә юл тота. Йәйләүенә бер нисә кеше генә ултырған була. Шуларҙан ҡатынының малын әйҙәп сығып киткәнен белә. һауығып ет-кәс, Әүәҙбикәһен Дим буйындағы Илсеғол ауылында килеп таба.

Ул Илсеғолға төндә килгән була. Шул көндөң иртәгеһен Әүәҙбикә, ҡатын-ҡыҙҙар кейемен кейенеп, бик һылыу килен булып йөрөй башлаған. Эштең айышына төшөнгәс, аҫабалар был зирәк ҡатынды маҡтап һөйләр булғандар. Дәүләттең һеңлеһен аҫабаларҙың береһе ҡоҙалаған.

Дәүләт менән Әүәҙбикәнән ауылда Бөрйән Илсеғоло араһы таралған. Хәҙер ауылдың төп яртыһы ошо Бөрйән Илсеғолонан тора.


 

Поделись с друзьями:

 

 

    2016 порно