Алтынсәс


Бынан өс йөҙ йылдар самаһы элек ошо Үтәғол ауылында Бирҙеғол тигән бер бабай йәшәгән. Уның Алтынсәс исемле ҡатыны булған. Бик уңған, төҫкә сибәр бер ҡатын булған был.

Бер ваҡыт ауыл халҡы йәйләүгә күсеп китә. Элек халыҡ киндер кейем кейә торғайны. Шул йыл ауыл тирәһендә киндер бик уңа. Алтынсәс йәйләүҙә ятҡан еренән ҡышлауға киндер йолҡорға килә. Шул ваҡыт ҡырғыҙ (ҡаҙаҡтарҙы элек шулай тип атағандар) баҫҡынсылары килеп, Алтынсәсте алып китәләр. Алтынсәс зымзыя юҡ була. Ирҙәр йәйләүҙән килеп эҙләп ҡарайҙар. Таба алмайҙар.

Ҡырғыҙҙар Алтынсәсте бер бай кешеләренә һаталар. Алтынсәс йөклө киткән була, уның бер улы донъяға килә. Уға Бирҙеғол тип/исем ҡушалар.

Бер ваҡыт ҡырғыҙ байы бәйге яһай. Яҡшынан өс ат ярау-лата. Аттар эйәрле көйө тирмә янында бәйләп ҡуйылған була. Алтынсәс был ваҡыт ҡасырға әҙерләнеп йөрөй. Балаһы Бирҙеғол өсөн киндерҙән тоҡ тегә. Байҙар эсеп-эсеп йоҡлап китә. Алтынсәс баланы алып тышҡа сыға ла ишекте ҡыл арҡан менән бәйләй. Атҡа атланып ала ла, балаһын йөкмәп, ҡаса. Ташып ятҡан Яйыҡты аша сыға. Шул ваҡыт бының артынан ҡыуғын төшә. һаҡмарға еткәс кенә ҡыуып етәләр. Алтынсәс һаҡмарҙы йөҙҙөрөп сыға. Тегеләр тороп ҡала.

Бирҙеғол бабай яңынан никах уҡытып Алтынсәсте ала.

 

Поделись с друзьями: