Әлебай менән ҡатыны


banner 13

Борон булған был хәл. Башҡорттар ырыу-ырыу булып бүленеп йәшәгән. Тупланышып йәшәүҙе белмәгән. Илгә оло яу килһә-нитһә генә бер нисә ырыу берләшеп, көс туплаптора ла, яу ҡайтарғас, тағы һәр ҡайһыһы үҙ көнөн үҙе күрә. Ваҡыт-ваҡыт даулашып та китә, даулашҡанда бер-бере-һенең малын ҡыуа, бушҡа ҡан ҡоя. Дуҫлашып та китә, дуҫлашҡанда ҡыҙ бирешә, ҡунаҡҡа йәрәшә. Үҙ ырыуҙары ғына түгел, күршеләге ҡаҙаҡ ырыуҙары менән дә башҡорттар шул рәүешлерәк йәшәгән. Улар әле бүләк алып, бүләк бирешә, әле зыҡ ҡубышып мал бүлешә. Башҡорттарҙа ҡаҙаҡҡа, ҡаҙаҡтарҙа башҡортҡа килеп мал әйҙәү, ҡыҙ-ҡатын урлау ҙур бер егетлек һаналған ул саҡта.

Шул замандарҙа Үҫәргән ырыуының Мәмбәтәй тигән бер кешеһе Бөрйән ырыуының Әлебай тигән егетенә ҡыҙын биргән. Ҡыҙының исеме Һырбикә булған. Әлебай, йәш кенә булһа ла, үҙенең аҡылы, көсө, ҡыйыулығы менән илгә танылып, хөрмәт ҡаҙанып өлгөргән.

Ҙур'туй яһап Һырбикәне алғас, Әлебай имен генә донъя көтә башлаған: мал баҡҡан, тау яғалап төлкә ҡыуған, һөңгө тотоп айыуға сыҡҡан, әҙ-мәҙ генә иген дә иккән, тапҡан-таянғанынан яһаҡ түләгән.

Берҙән-бер көн Әлебай һунарға киткән. Әйҙә атаһы менән әсәһе, ҡатыны Һырбикә генә ҡалған, һунарға сыҡһа, Әлебай ике-өс көнһөҙ ҡайтмай, ҡырҙа ҡунып йөрөй торған булған. Иҫәпле ваҡыт үтеп, өйҙәгеләр Әлебайҙы көтөп кенә ултырғанда, уйламаған ерҙән быларҙы ҡаҙаҡтың бынамын тигән ете батыры килеп баҫҡан да, ҡарттарҙы сыр-сыу килтереп, Һырбикәне алып ҡасҡан. Әлебайҙың атаһы ул батырҙарға ҡаршы тора алмаған, һөңгө тотор, кереш тартыр йәштән үткән булған.

Бына бер заман, кискә ҡаршы ғына, арманһыҙ булып, Әлебай һунарҙан ҡайтып төшкән. Әйгә килеп инһә, кәләше юҡ. Илашып, зарланышып, атаһы менән әсәһе генә ултыра. Әлебай күп уйлап тормаған. Уҡ-һаҙағын яңыртып, эйәрле атына һикереп менгән дә ҡаҙаҡтарҙы ҡыуа киткән. «Йөрөмә, улым, улар күмәк бит!» — тип атаһы ҡысҡырып ҡалған. Әлебай әйләнеп тә ҡарамаған. Уның артынан Ҡашҡар тигән эте лә сапҡан.

Әлебай төнө буйы тын бирмәй атын ҡыҫтаған. Иртәгеһенә, төш етеүгә, Яйыҡ аша ҡаҙаҡ далаһына килеп сыҡҡан. Байтаҡ ер киткәс, бер тирмә күренгән. Яҡыныраҡ барып ҡараһа, тирмә эргәһендә ҡаҙан аҫылған, ҡатыны Һырбикә ҡаҙан тирәһендә йөрөй. Әлебай кире боролоп, атын бер уяҙға ҡуйған да, үлән араһынан ипләп кенә шыуышып, ҡатыны эргәһенә киткән. Әҙ генә етмәйерәк туҡтап, ҡарап ята икән. Һырбикә бер ҙә бойоҡ күренмәй: итәген ҡыҫтырып алған, һурпаны һапырып, ҡаҙан аҫтындағы тиҙәкте ҡағыштырып, йәһәтләп йөрөп ята. Әлебай шунда уҡ бынан эс тартҡандай булған. Шулай ҙа шыбырҙап ҡына тауыш биргән. Әлебайҙың тауышын ишеткәс, Һырбикә тертләп киткән дә әйткән:— Кит тиҙерәк,— тигән,— һиҙеп ҡалһалар, тотоп үлтерерҙәр,— тигән...

— Кил әле, бер генә һөйоп китәйем,— тигән Әлебай.

Һырбикә килмәгән. Шунан Әлебай һикереп тороп, ҡатынының ауыҙын ҡаплаған да, күтәреп алып, аты эргәһенә югергән. Югерә килеп, быны эйәр ҡашына ырғытҡан да, осоп менеп, ҡайтыу яғына сапҡан.

Ҡаҙаҡ батырҙары йоҡонан тороп сыҡһа, ит тә бешмәгән, теге ҡатын да юҡ — һип-һил. Ни булғанын былар шунда уҡ аңлап алған. Ит ҡайғыһы ла киткән. Тиҙ генә һөрән һалып, улар Әлебай артынан ҡыуа төшкән. Яйыҡты сыҡҡан ерҙә улар Әлебайҙы ҡыуып еткәндәр. Ҡаҙаҡтарҙы күреп, Әлебай аты менән ҡатынын бер ышыҡҡа ҡуйған да, уңайлы урын табып, атыша башлаған. Атыша-атыша Әлебай ҡаҙаҡтарҙың алтыһын аяҡтан йыҡҡан, бер генә батыры тороп ҡалған. Уныһы бөтөнләй яҡын уҡ килеп:

— Алыш кәрәкме, атыш кәрәкме! х — тип ер ярып ҡысҡырып ебәргән.

— Алыш кәрәк! — тигән Әлебай.

Былар билбауҙан алып, көрәшә башлаған. Ике батыр, бил бирмәй көрмәкләшеп, аяҡ аҫтындағы сиҙәм ерҙең ҡараһын әйләндереп бөткән, ти. Төшлөктәге ҡояш кискә ауышҡан. Елкә тарамыштары шартлар сиккә еткән. Ахыр килеп, нисәмә көн буйы ашамаған-эсмәгән Әлебайҙың быуыны йомшап, хәле бөтөп киткән. Ҡаҙаҡ батыры быны ергә һуғып өҫтөнә менеп ултырған да боғаҙына йәбешкән. Әлебай, көскә уның ҡулың_ ҡайырып, ҡатынына ҡысҡырған:

— Үлтерә бит, ярҙам ит! — тигән.

— Кем еңһә, мин шуныҡы,— тигән Һырбикә, эргәһенә бармаған.

Аптырағас, Әлебай этенә өндәшкән:

— Ҡашҡар, кил! — тигән.

Ҡашҡар һикереп килеп, ҡаҙаҡ батырының елкәһенән алған да Әлебайҙың өҫтөнән һөйрәп төшөргән. Шулай итеп, Әлебай үлемдән саҡ ҡотолоп ҡалған. Шунан һуң ул һыу эсеп, битен-ҡулын йыуып, билбауын ҡыҫып быуған да, ҡатынын алып, этен эйәртеп ары киткән.

Ҡайны Мәмбәтәйҙең йәйләүе шул ерҙән алыҫ түгел, һаҡмар аръяғында ғына булған икән. Әлебай тура шунда юл алған. Көн кисләүгә йәйләүгә етеп, ҡайнының тирмәһенә килеп инһә — Мәмбәтәй ҡунаҡ йыйған, ит ашап ултыралар. Әлебай сәләм биргән. Ҡайны уның сәләмен алып, һикереп килеп торған да ҡәҙерләп ҡунаҡтар эргәһенә ултыртҡан. Ә ҡәйнеше югертеп тас менән ҡомған алып килгән, еҙнәһенең ҡулын сайҙырған. Мәмбәтәй хөрмәт итеп, Әлебайҙың ҡулына һарыҡ һебәһе тотторған. Әлебай итте алған да яртыһын ҡырҡып, үҙенең алдына һалған, яртыһын, этен саҡырып, эте-нә биргән. Мәмбәтәйҙең быға бик асыуы килгән. Ул төҫөн боҙоп:

— Был ни эш, кейәү, нишләп минең һыйымды башһынмайһың? — тигән.

Шунан Әлебай бөтә булған хәлде ҡайныға һөйләп биргән.

— Шул Ҡашҡар арҡаһында үлемдән ҡалдым,— тигән. Әлебайҙың хәбәрен ишеткәс, Мәмбәтәй ҡыҙы Һырбикәне

саҡырып алған. «Дөрөҫмө?» — тип, ул өс тапҡыр бер үк һорауҙы биргән. «Дөрөҫ»,— тип, Һырбикә өс тапҡыр бер яуапты ҡайтарған. Мәмбәтәй һикереп тороп, элеүле торған ҡылысын алған да ҡыҙының башын оҙә сапҡан да ҡуйған. Бөтә халыҡ аһ итеп ҡалған.

Мәмбәтәй шул ерҙә үҙенең кесе ҡыҙы Уҡабикәне етәкләп килтереп Әлебайға тотторған:

— Бына, кейәү, һиңә ҡатын,— тигән.

Үҙе Әлебайҙан Ҡашҡарҙы һорап алып ҡалған.

Ҡашҡар бик оҙаҡ йәшәгән. Ҡартайып, үлгәс, Мәмбәтәй уны ҡәҙерләп бер тау башына мендереп күмгән. Тауҙы эттең исеме менән Ҡашҡар тауы тип атай башлағандар, һуңынан был исем үҙгәреп, Ҡашҡуҡ булып киткән. Әле ул тауҙы Ҡашҡуҡ тауы, тиҙәр.

 

Поделись с друзьями: