Ғәйшә


Элек ошо ерҙәргә Аҡсура батыр килеп ултырған. Ауылдың исеме шул батырҙан ҡалған. Хәҙер ҙә был ерҙәрҙең матурлығына хайран ҡалырлыҡ. Ә ул саҡтарҙа — әйтерлек тә түгел, һаҡмар һыуы ла бик шәп булған; уның туғайҙары әҙәм үткеһеҙ шыр урман һымаҡ булып, емеш-еләге емерелеп ултырған: тау-туғай буйҙарындағы үлән араһына йылҡы малы инһә, һырты күренмәгән; тотоп таяҡ ташлаһаң, ҡош-йәнлек-кә тейер булған.

Аҡсура үлгәс, аталары ерен тотоп, уландары ҡалған. Шулар араһынан Тойғон тигән берәүһе туғыҙ улы менән оло бер донъя ҡороп, арыу ғына көн итеп ятҡан. Тойғондоң ҡатыны Ғәйшә һыңар аяҡҡа зәғиферәк булған, арҡырыраҡ баҫып йөрөгән, ти.

Көндәрҙән бер көн был Тойғон, туғыҙ улын эйәртеп, һунарға киткән. Ул замандарҙа һунар оло бер кәсеп тә, оло бер зауыҡ та булған башҡортҡа. Киткән саҡта Тойғон ҡатынына әйткән: «Өйҙән сыҡма, ҡаҙаҡтар алып китер»,— тигән. Ҡаҙаҡтарҙан, ысынлап та, тынғы булмаған ул саҡтарҙа.

Йорт бағып, Ғәйшә яңғыҙы ҡалған. Бағырлыҡ әллә ни йорто ла булмаған быларҙың. Бар малы ҡырҙа икән. Кәртә-кура тип әйтерлек нәмәләре лә ул хәтле булмаған. Бер туҡалаҡ өй инде бөтә донъяһы. Ғәйшә ана шул өйөнөң ишегенә типке һалған да, сығырға ҡурҡып, тик ултырған.Тойғон һунарҙа оҙаҡлап киткән. Ғәйшә көткән-көткән дә, бөгөндәре ҡайтырҙар инде, ашарҙарына бешереп ҡуяйым, тип, утын алырға сыҡҡан. Шул арала арт яҡтағы бейек үлән араһынан ҡаҙаҡтар һикерешеп килеп сыҡҡан да, башына еләнен бөркәп, Ғәйшәне алып ҡасҡан.

Тойғон уландары менән һунарҙан ҡайтып тошһә, ишеге шар асыҡ. Ҡатынынан елдәр иҫкән. Олораҡ уландары менән ул ҡаҙаҡтарҙың артынан ҡыуа төшкән. Яйыҡты кисеп, бер аҙ ер эҙләп ҡарағандар — таба алмағандар. Ахыры, былар буш ҡул менән кире боролғандар.

Ғәйшәне ҡаҙаҡтар алып ҡайтып, бер байға тапшырғандар. Ҡаҙаҡ байы менән бер йыл торғас, Ғәйшәнең улы тыуа. Ул табып биргән өсөн, бай уны бигерәк тә яратып киткән. Шунан Ғәйшә тағы бер нисә йыл тороп киткән. Улы ла арыу уҡ ҙурайған. Тамам ҡаҙаҡ бисәһе булып бөткән был. Шулай булһа ла, бер ҙә ерһенмәй икән ҡаҙаҡ ерен. Бер ҙә өйрәнә алмай, ти, был. Илен, эсеп үҫкән һыуын, уландарын һағына, ти. Төндәрен далаға сығып, шым ғына илай, ти, таҫтар осо менән күҙ йәштәрен һөртә, ти.

Бер ваҡыт ул ҡаҙаҡтың ашап-эсеп, аҡ кейеҙгә ҡырын төшөп ятҡан сағын ғына ҡарап тора ла эргәһенә барып ултыра. Бер аҙ һөйләшеп алғас, әйтә: «Нисәмә йыл бергә торабыҙ,— ти,— менеп йөрөргә бер-ике яҡшы ат та тәғәйенләп ҡуя белмәйһең миңә»,-- ти. Уны-быны уйламаған бай ҡатынының күңелен күрергә була. Бик яҡшынан ике ат һайлап, уға атап ҡуя. Ул аттагрға Ғәйшәнән башҡа һис бер әҙәм югән һалмаҫҡа тейеш була.

Ғәйшә быға бик ҡыуана. Ул көн дә ваҡыт табып, аттарын алмаш-тилмәш йөрөтөп алып ҡайта. Шул саҡ үҙе ипләп кенә тирә-юнде байҡай. Юл ҡарай. Шунан килеп үҙенең уйын шунда тотҡонда ятҡан етмеш тирәләрендәге башҡорт ҡартына әйтә. Был ҡарт йәш сағында уҡ тотҡонға эләккән булған икән. Ҡасмаһын тип, уның табанын телеп, ат ҡылы турап һалғандар. Уңалып ҡалған ат ҡылынан атлай алмай туйтаңлап саҡ йөрөгән, ти, был ҡарт. Ғәйшәнең уйын ишеткәс, ул үҙе белгәнсә юл өйрәтә: «Гел тиреҫкә, яҡты йондоҙға ҡарап бар,— ти.— Мин ҡайта алмам инде, ошонда ҡартайҙым, ошонда үлергә яҙғандыр»,— ти.

Берҙән-бер көн ҡаҙаҡ байы ҡунаҡҡа китә. Ғәйшә бер-ике көн сабыр итә лә, эңер төшөп, кис булғас ҡына йәһәтләп улын саҡырып ала. «Әкәң1 ауырып ҡалған бит, әйҙә артынан барайыҡ»,— ти. Теге малай әсәһенә ышана. Былар ике атты тотоп эйәрләйҙәр, менәләр ҙә голға сығалар.

Далаға сыҡҡас, яҡты йондоҙға ҡарап, әйҙә китә былар елдерә сабып. Аттар шәп, Ғәйшәнең кәйеф яҡшы. Үҙе осоп китерҙәй булып бара инде был. Ә улы белмәй, әкәм эргәһенә ашығабыҙ икән, тип уйлай.Ул арала булмай, теге ҡаҙаҡ байы ҡайтып төшә. Ҡайтһа, ҡатыны ла юҡ, улы ла юҡ. Ни булғанын шунда ук төшөнөп ала ла был, бер нисә егетте алып, тегеләрҙең артынан ҡыуа төшә.

Ғәйшә улын эйәртеп, таң атҡас та, яҡты йондоҙ һүнгәс тә саба. Шунан ат сыҙамаҫ, янып үлер тип, көндөҙ ятып ял итә лә, киске һалҡын төшкәс, тағы тороп саба. Яйыҡҡа килеп кенә еткән ерҙә ҡаҙаҡ байы быларҙы ҡыуып етә лә һөрәнләп ҡысҡырып ебәрә. Атаһының тауышын ишеткән малай: «Ана бит, әкәм был яҡта»,— ти ҙә теҙгенен кире тарта. Ә Ғәйшә үҙе бейек ярҙан аты менән Яйыҡҡа һикерә. Яйыҡты сыҡҡас, тағы атын ҡыуа. Саба торғас, аты гөрһөлдәп ергә ауа. Ғәйшә һикереп тора ла йәйәү югерә. Ул әлегәсә, яҡты йондоҙға ҡарап, гел төндә килә, ул арала ҡар төшә. Ҡар кисеп Ғәйшә һаман бара ла бара.

Шул көндәрҙә Тойғон һунарға сыҡҡан була. һунарсылап йөрөгәндә, ҡырпаҡ ҡарҙағы бер кеше әҙенә тап була. Ҡаҙаҡ ҡатаһы кейеп, бер аяғын арҡырыраҡ баҫып атлаған була был кеше. Тойғондоң күңеленә шик төшә, ҡатынының аяҡ эҙен танығандай була ла артынан китә. Бара торғас, ҡапырыҡ аҫтынан ярты кәүҙәһе сығып ятҡан бер ҡатынды күрә. Ҡапыл уятһам, сыусып үлеп ҡуйыр тип, был өндәшмәй, уянғанын көтә. Бер аҙҙан теге ҡатын уяна. Эргәһендәге кешене күреп, һикереп килеп тора. Ҡараһа — үҙенең ире. Уның биттәренән Һыркырып-һырҡырып күҙ йәштәре ағып төшә. «Таныйһыңмы, мин һинең ҡатының бит»,— ти Ғәйшә. «Таныйым»,— ти Тойғон. «Ситтә сыҙай алманым, ҡайтырға илем тартты,— ти Ғәйшә.— Риза булһағыҙ, ҡабул итеп алығыҙ мине». Тойғон ҡарт бик риза булып, ҡатынын өйөнә алып ҡайта. Ҡайтҡандың һуңынан Ғәйшә тағы ун өс йыл ғүмер итә.

 

Поделись с друзьями: