Кәкүк


banner 13

Бик борон заманда Урал тауының көньяҡ битләүендә бер башҡорт ырыуы йәшәгән. Күрше ырыуҙар йыш ҡына был илгә һөжүм итер булғандар.

Бына бер мәл дошман ғәскәре яңы яу менән килгән. Илдең Кәкүк исемле батыры булған. Үҙенең батыр егеттәрен туплап, ул дошман яуына ҡаршы сыҡҡан. Китер алдынан ул бәләкәйҙән яратып йөрөгән һылыу ҡыҙ Ҡарағашҡа әйткән:

— Әгәр мин яуҙа ятын ҡалһам, аҡҡан ҡанымдан ҡып-ҡыҙыл сәскәләр шытып сығыр. Ул сәскәләр һиңә мөхәббәтемде хәтерләтеп торор. Тик шуны бел: үҙем ҡайталмаһам, исемем урап ҡайтыр,— тигән ул.

Ҡыҙ Кәкүкте көтөргә вәғәҙә биргән: «Өҫтәмә таш яуһа ла, һине бүтәнгә алмаштырмам»,— тигән.

Бейеп торған дөлдөлдәргә атланып, егеттәр илдән сығып киткәндәр. Бер ни тиклем ер үткәс, ҡаршы килгән дошман яуы күренгән — ғәскәренең иҫәбе-һаны юҡ икән. Тиңһеҙ алыш башланған. Әле бер яҡ еңә икән, әле икенсе яҡ. Бер саҡ яу Тынған, ҡараһалар,— яланда тере йән эйәһе ҡалмаған.

Был хәбәр Кәкүк батыр иленә ишетелгән. Бөтә ырыу яуҙа ауған уландары өсөн ҡан-йәш түккән. Тик Ҡарағаш ҡына был хәбәргә ышанмаған.

«Үлгән артынан үлеп булмай инде, һиңә йәшәргә кәрәк»,— тип ҡыҙҙың ата-әсәһе уны, ай-вайына ла ҡарамай көсләп, беренсе һоратҡан байға кейәүгә биргән.

Ҡарағаш һылыу яратмаған кешеһе менән йәшәргә теләмәгән. Ул ир булаһы бәндәне бысаҡ менән сәнсеп үлтереп ҡасырға булған. Тик уны тотоп алғандар ҙа зинданға япҡандар. Ҡыҙ зарығып илаған да илаған, Кәкүген ҡушып йырлаған. «Эй, ҡош булып осоп ҡына барһам ине яндарыңа!» — тип уйлаған.

Ҡыҙҙың теләге ҡабул булған: бер саҡ күҙ алдында бәләкәсәйә барған был. Ҡулдары урынына ҡанат үҫеп сыҡҡан. Ҡошҡа әйләнеп, тимер рәшәткәле зиндан тәҙрәһенән иреккә осоп киткән. Ағастан-ағаска, сусаҡтан-сусаҡҡа осоп ҡунып, «кәк-күк», «кәк-күк» тип һөйгәнен саҡыра икән был.

Бер нисә көн шулай зарығып саҡырғандан һуң, ул күҙ яуын алырлыҡ ҡыҙыл сәскәләрҙе тап итә лә Кәкүгенең үлеменә ышана.

Шунан инде ул үрләстәп-үрләскә, илдән-илгә күсеп йөрөп, күбеһенсә үҙе кеүек яңғыҙ өйәнкегә йә аҡ ҡайынға ҡунып, күҙҙәре талғансы алыҫтарға ҡарап, моңһоу зар менән һөйгәненең исемен ҡабатлай башлаған. Йомортҡа һалһа ла, уны баҫып сығарырға һис түҙеме етмәй, Һәр саҡ һөйгәнен әҙләй, ти, ул. Сәскә атҡан мәлдә ул һаман моңайып, һөйгәнен саҡыра, сәскәләр һулығас, теленән дә яҙа хатта Шуларҙы эҙләп, әллә ҡайҙарға осоп китә. Шулай йөрөй ҙә йөрөй.

Ана шулай гел генә «кәк-күк» тип саҡырып йөрогән ҡошто халыҡ Кәкүк ҡошо, ә теге ҡыҙыл сәскәләрҙе Кәкүк сәскәһе тип атап алып киткән.

 

Поделись с друзьями: