Ярымтыҡ


Ярымтыҡ атта йөрөргә ярата. Өйөрҙән иң яҡшы атты тотоп ала ла туйғансы атланып йөрөй.

Бер саҡ шулай берәүҙең атына эйәләшкән, ти, был. һәр көн иртән теге ат ҡара тиргә батып ҡайта икән. Ни хәл итмәк кәрәк? Тота ла был атының арҡаһына ыҫмала буяп ебәрә. Иртән тороп тышҡа сыҡһа, ни күҙе менән күрһен, атының арҡаһына йөнтәҫ бер ярымтыҡ йәбешеп ҡайтҡан, ти.

Шунан, ни, атының һыртынан һыҙырып төшөрә лә ярым-тыҡты яра башлай. Теге телгә килеп әйтә:

— Ағаҡайым, үлтермә мине, берҙексәгә ҡалдыр инде! Башҡаса мин һинең атыңа-затыңа бармағым менән дә ҡағылмам! — ти.

— Ярай,— ти был әҙәм,— берҙексәгә ҡалдырам. Тик һин беҙҙең ауылды алда ни көтә, шуны әйтеп бир.

Ярымтыҡ шунда ауылдың киләсәген әйтеп биргән.

— Хәҙергеһе көндә ауылыңда ике өй, ике өйөңдө дүрт итеп тә булыр. Ә инде алты өй булһын тиһәң, етенсеһен бурап та торма. Барыбер ҡотая алмаҫһың,— тигән.

Ана шул дөрөҫ булып сыҡҡан. Беҙгә саҡлы ла, беҙ белгәндән бирле лә ауылыбыҙҙың алты ойҙән артҡаны юҡ. Етенсе өйҙө һалып сыҡһалар ҙа, һис тә ҡотай алмағандар: йә өйө янып киткән, йә хужаһы үлеп киткән. Шуға күрә лә ауылыбыҙҙың алты өйҙән артҡанын күргән юҡ әле.

 

Поделись с друзьями: