Тау сере


Ҡыуандыҡ районының Подгорный ауылынан алыҫ түгел Яман соҡор тип йөрөтөлгән бер урын бар. Шул урында элек-электән тирә-яғы йырғаланып бөткән яңғыҙ бер ҡурған ҡалҡып тора. Уны ҡасан, кем өйгәндер, уныһын бер кем дә белмәй. Тик ҡарттар уны кеше ҡулы менән өйөлгән тип һөйләйҙәр.

Боронораҡ ул хәҙергегә ҡарағанда ҡалҡыуыраҡ та, текә-рәк тә булған. Йырғысланып бөткән бите лә элек шыма ғына булған, тиҙәр. Ул ҡурғандың осло түбәһенә йылдың һәр миҙгелендә йә болот, йә томан һарылып ята. Уның түбәһе һирәк көндәрҙә генә асыла. Шундай көндәрҙә түбәһендә үҫкән бер өйкөм генә ҡыуағы таҡыр баштағы сәс өлтөгө һымаҡ булып күренгән, һуңынан бер көслө дауыл сығып, ул ҡыуаҡты төбө-тамыры менән аҡтарып, йырынға алып ташлаған. Шунлыҡтан ҡурғандың түбәһе ус аяһындай яланғас булып ята.

Ейәнсура яғынан килгән Исмәғилев Хәбибулла тигән урман киҫеүсе бер ҡарт, был ҡурғанды барымтасылар өйгән, тип һөйләгәйне миңә.

Бынан күп йылдар элек Яйык ҡаласығында йәшәүсе казактар янына алтын менән кәсеп итеүсе кешеләр күсеп ултыра. Улар Урал тауҙарына барып алтын йыуалар ҙа ылау менән Яйыҡҡа ташыйҙар икән. Бына шул ылауҙарға йыш ҡына дала юлбаҫарҙары баҫышып, таланған алтынды ошо ҡурған өйөлгән урынға килтереп күмер булғандар.

Был хазина тауы үҫкән һайын үҫә барған. Ахырҙа түбәһе болоттарға олғашкан бер тауға әйләнгән. Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ хазина йыйылған бында.

Аҙаҡ, Ырымбур далаларына урыҫтар күсеп ултыра башлағас, был кәсепкә лә сик ҡуйылған. Барымтасыларҙың ҡайғыларын тотоп ҡырып бөтөргәндәр, ә ҡайһылары далаға ҡасып киткән, тиҙәр.

Ҡыуандыҡ яҡтарына яңы күсеп ултырған халыҡ был ҡурғап аҫтында ниндәй хазина ятҡанын белмәй. Уға иғтибар итеүсе лә булмай. Тирә-яҡҡа ҡасып киткән барымтасылар был ҡурған серен бер кемгә лә һөйләмәҫкә ант итешеп, берәй ваҡыт алтынды икенсе урынға күсереп ҡуйырға өмөтләнеп йөрөгән булалар.

Шулай итеп, байтаҡ ваҡыт үтә. Барымтасылар ҙа үлеп бөтә. Ә ҡурған, йәшерелгән хазинаны һаҡлап, һаман дала уртаһында өнһөҙ-тынһыҙ тора бирә. Бер көн килеп был ҡурғандың да сере асыла.

Бер саҡ шулай көҙ көнөндә ауылға ниндәйҙер бер мосафир килеп сыға. Был мосафир бер өйгә инеп, ҡунып сығырға һорай. Киске сәйҙе эсеп ултырғанда, ул нилектән бындай бейек ҡурған булыуын төпсөнә башлай.

— Уның әллә берәй сере бармы, әллә берәй ҡарауыл тауы ғынамы ул? — тип һорай был. Хужалар, бының тел төбө ҡайҙа тартҡанын да шәйләмәйенсә:

— Уның нилектән икәнен кем белгән дә кем күргән инде,— тиҙәр. — Тора шунда борон-борондан. Ҡарауыл тауы ла түгел ул,— тип ҡуялар.

Төнөн был мосафир ҡарттың хәле ауырайып китә. Әжәле еткәнен һиҙенеп, өй хужаһын саҡырып ала ла үҙенең был яҡтарға ниндәй ниәт менән килгәнен һөйләп бирә.

— Мин ил ҡыҙырып йөрөгән берәҙәк бер дәрүиш кенә түгел. Бик алыҫтан, Әлхәссә тигән шәһәрҙән килгән бер суфый дәрүиш булам мин. Бәләкәйҙән үк мине суфыйлыҡҡа бирҙеләр. Үҫеп еткәс, мине төрлө ғилемгә өйрәтеп, китаптар күсереп яҙырға ҡуштылар. Үҙ ғүмеремдә миңә бик күпкитап күсерергә, бик күп китап уҡырға тура килде. Төндәр буйы мин боронғо аҡыл эйәләре яҙған китаптарҙы аҡтарҙым. Бер саҡ шулай минең ҡулға һарғайып бөткән иҫке бер яҙыу килеп эләкте. Ул яҙыуҙан мин һеҙҙең Ҡыуандыҡ, тарафтарында йөрөгән барымтасылар хаҡында уҡып белдем. Улар урыҫ сауҙагәрҙәренән бик күп алтын талап алып, һеҙҙең Яман соҡор эргәһендәге ошо ҡурған аҫтына күмгәндәр икән...

Мине был суфый тормошо бер ҡасан да мөрхәтһендермәне. Унан мин үҙем өсөн бер ниндәй ҙә йән аҙығы тапманым. һәр саҡ мин ғибәҙәтхананан ҡасып китергә уҡталдым. Тик минең, мәсет комағындай, ил өҫтөндә ас-яланғас бер дәрүиш булып та йөрөйһөм килмәне. Көндәрҙән бер көн әлеге серле яҙыу ҡулыма килеп эләккәс, уйланым-уйланым да, минең өсөн күк ҡабаҡтары асылыу ошолор инде тип бәхетемде ошо Яман соҡор ҡурғанынан килеп тапмаҡсы булдым.

Тәүәккәлләнем дә бына ошо сәфәргә сыҡтым. Был серҙе минән башҡа бер кем дә белмәһен тип, теге яҙыуҙы яндырып киттем. Әммә мораҙыма етәм тигәндә генә, бына, әжәлем тотоп алды. Күрәһең, бәхетемде табыр көн миңә насип булмағандыр. Хәҙер миндә алтын ҡайғыһы юҡ. Ул алтынды һин ҡаҙып ал,— тип һүҙен бөтөргән был мосафир.

Уны өнһөҙ-тынһыҙ тыңлап ултырған өй хужаһы:

— Бәлки, һин һаташаһыңдыр, изге ҡарт? — тигән.—-Күҙгә терәлеп торған был тауҙа ни нәмә барын ғүмер баҡый беҙ белмәгәнде, бынан меңәр саҡрым ерҙә ятҡан ул Әлхәссәлә ҡайҙан белһендәр? — тигән. Дәрүиш ҡарт былай тип әйткән:

— һинең һүҙҙәреңдә дөрөҫлөк тә юҡ түгел,— тигән.— Ул ҡурғандың серен бары тик барымтасылар ғына белгән бит. Ә улар хазинаны, аҙаҡ үҙҙәре генә килеп алырға тип, бер кемгә лә әйтмәҫ булғандар. Ҡайһы ҡайҙа һәләк булып, уларҙың тик береһе генә ҡотолоп ҡалған. Эҫе сүллектә сарсап, астан үлеп барғанда, ул: «Әгәр иҫән ҡалһам, бөтә ғүмеремде аллаға ғибәҙәт ҡылып ҡына үткәрер инем»,— тип нәҙер әйткән. Үлемдән ҡотолоп, сүллектән сыҡҡас та, ул шулай Әлхәссә шәһәренә килеп, әйткән нәҙерендә торған. Бер ғибәҙәтханала китап күсереүсе булып киткән. Үлеренән алда ғына үҙенең тыуған илен хәтерләп, һаҡмар, Яйыҡ буйҙарын һағынып, Яман соҡор ҡурғанындағы әлеге хазина хаҡында ла тәфсирләп яҙып ҡалдырған. Уның был ҡулъяҙмаһы бына шулай минең ҡулға килеп эләкте. Әле һөйләгәнемсе, мин уны яндырып, үҙем һеҙҙең тарафҡа килеп сыҡтым. Бына хәҙер мин һинең өйөңдә инде,— тип аңлатып биргән. Шул төндә үк дәрүиш үҙе донъя ҡуйған.

Шунан һуң өй хужаһы ике улы менән ҡурғанды ҡаҙып ҡарарға була. Өс көн, өс тән буйы улар шулай, ҡара тир-түгеп, ҡурған түбәһеи актаралар. Өсөнсө төнөндә ҡарҙау осо бер тимер Һандыҡҡа барып тейә. Аталарының һандыҡ тотҡаһына тотоноуы була, шунда уҡ быларҙың баш осонда борғанаҡ болото пәйҙа булып, тауыҡ йомортҡаһы саҡлы боҙ яуа башлай. Боҙ хазина эҙләүселәрҙең ҡаҡ баштарын яра, арҡаларын, яурындарын күгәртеп бөтөрә. Былар, ауыртыуға сыҙай алмайынса, тау түбәһенән тәкмәсләп барып төшәләр. Төшкәс, баш ҡалҡытып ҡараһалар, борғанаҡ болотоноң эҙе лә юҡ, күктә бары йондоҙҙар ғына баҙырап тора икән.

Күгәргән ерҙәрен ыуғылап алалар ҙа былар тағы ҡурған түбәһенә менеп китәләр. Ҡарҙауҙарын ҡулға алыуҙары була, баш остарына ҡайҙандыр дала бөркөттәре ябырылып, быларҙы суҡырға, ҡанаттары менән туҡмаҡларға керешәләр. Күҙҙәре аҡ-ҡара күрмәй, ҡый-сыу килешеп, былар тағы тәкмәсләп барып төшәләр. Баш ҡалҡытып ҡараһалар, күк йөҙө әүәлгесә, ти. Дала бөркөттәренең шәүләһе лә юҡ, ти. Шунда ҡарттың уландары әйткән:

— Ҡуй, атай, кеше байлығына ҡул һалып йөрөмәйек. Был борғанаҡ менән бөркөттәр ҡарар еребеҙҙе лә ҡалдырманы. Ауыл халҡы әллә ни уйлар. Бәләһенән баш артыҡ, ҡайтайыҡ,— тип аталарын ҡайтырға әйҙәгәндәр.

Аталарына инде яртылаш ҡаҙылған хазина һандығын ҡалдырып ҡайтыу бик йәл була.

— Әйҙәгеҙ, балакайҙарым, ни күрһәк, шуны күрербеҙ. Бәхетебеҙҙе өсөнсө ҡат һынап ҡарайыҡ әле,— ти ҡарт уландарына.— Әгәр инде был юлы ла эш барып сыҡмаһа, хазинаһына ҡәһәр төшһөн! — сихырлы хазина булыр. Ундай хазина буш ҡул менән генә бирелмәҫ,— тигән. Уландары тағы елкәләрен тырнап, ҡабырғаларын һыйпаштырып алалар ҙа аталары артынан өсөнсө ҡат ҡурған түбәһенә менеп китәләр.

Аталары һандыҡ тотҡаһын эләктереп үҙенә тартыуы була, ер убылып китеп, һандыҡ әллә ниндәй төпһөҙ бер ҡойоға доңғорҙап барып төшә. Ярай әле ҡарт һандығы-ние менән үҙе төшмәй, ситкә тайпылып өлгөрә.

Һандыҡ күренмәйме икән, тип ауыҙы өңөрәйеп ятҡан ҡойоға ҡараһалар, күҙҙәренә ҡан һауған үгеҙ һымаҡ, күҙҙәрен ағырайтып, ҡып-ҡыҙыл кикерекле бер имәнес ҙур йылан ажғырып тора, ти. Хазинасылар, шыр ебәреп, ҡайҙа баҫҡандарын да белмәй, тау аҫтына тағы тәкмәсләп барып төшәләр.

Аҙаҡ, иҫтәренә килеп, баш ҡалҡытып ҡараһалар, мәмерйә ауыҙынан ярты кәүҙәһен сығарған йылан, ҡанат һымаҡ тәпәйҙәрен лапырайта баҫып, күректәй ауыҙы менән тупраҡты умырып алып, теге бүҫелеп төшкән ерҙе тигеҙләп маташа икән.

Былар шулай ҡоттары осоп ҡайтып китәләр. Өс аҙна буйы телдән ҡалып яталар, һуңынан үҙҙәренең нәҫел-нәсәбенә»ейән-ейәнсәрҙәренә, булә-бүләсәрҙәренә, был тау һуҡмағына аяҡ та баҫаһы булмағыҙ, тип васыят әйтеп ҡалдыралар...

Был хәлдән һуң байтаҡ заман үткәс, ҡурған хазинаһын ҡаҙып, бәхеттәрен һынап ҡараусылар тағы табыла. Шундайҙарҙың береһе, туйҙа иҫереп алғас:

— Улдарым үҫеп етһә, ҡурғандағы ул алтын барыбер минең ҡулда буласаҡ, мин уның тылсымын беләм,— тип маҡтана.

Был Шомбай ҡартайып, уландары ла үҫеп еткәс, күрше-күләндәре унан:

— Һин, ҡорҙаш, теге Яман соҡор ҡурғанындағы хазина тылсымын онотманыңмы әле? — тип һорайҙар икән.

— Юҡ, мин ул тылсымды гүргә ингәнсе онотмаясаҡмын,— ти икән ҡарт.

— Ә һин, ҡорҙаш, улдарың үҫеп еткәс, ул хазинаны табырға һүҙ биргәненде оноттоңмо әллә? — тигәс, был:

— Әлләсе, уныһын бер ҙә иҫләмәйем бит әле,— ти икән. Шунан һуң ҡорҙаштары йәш ваҡытта бының, бәхәсләшеп, ҡустыһының туйында биргән һүҙен иҫенә төшөрәләр.

Ҡарт, оятынан ни эшләргә лә белмәй, хазинаны, ысынлап та, эҙләп ҡарарға була. Көндәрҙәндер көндө, улдарын эйәртеп, был да теге ҡурғанға килә. Сәкмәндәрен сисеп ташлап, көрәктәре менән ерҙе ҡаҙый ҙа башлайҙар. Береһе бер һелтәнеү менән көрәгенең һабын һындыра, икенсеһенең көрәге уртаға ярылып сыға, өсенсеһөнөң көрәге лә, һабы ла һына. Бер йөк көрәк-һап һындырһалар ҙа, эштәре һис кенә лә ырамай икән. Былар шулай арып арманһыҙ булып, хайран-вайран ҡалып, кеше күҙенә күренмәйек инде, тип ҡараңғы, төшкәс кенә ауыл артынан ҡайтып инәләр.

Бынан һуң да ҡурғанды күптәр ҡаҙып ҡарай. Бер бай киржак казагы тотош әртиле менән килеп, йәй буйы ҡаҙытһа ла, бер эш тә ҡыра алмай. Тау түбәһен көнө буйы ҡаҙыһалар ҙа, иртән тороуға ҡаҙыған соҡорҙары тап-таҡыр булып ята икән. Бай казак тау башына ҡарауыл ҡуйҙырып та, сихырсылар килтереп тә ҡарай. Бер ниндәй ҙә файҙаһы булмай. Әртиле, тырышып-тырмашып, хәлдән тайып бөтә. Ахырҙа ғәрлектәренән лас иттереп бер төкөрәләр ҙә һемәйеп ҡайтып китәләр.

Хазина табыр есөн бик ҙур баш кәрәк, ти. Ә ундай баш табылғансы, хазина, эйәһен көтөп, һаман да ята бирә, ти!

 

Поделись с друзьями: