Аҡташ хазинаһы


Ҡасандыр бер ваҡыт сшо ерҙәрҙән яу үткән. Яу ваҡытында бер бай Байыш эргәһендәге тауға алты пар үгеҙ менән бик күп алтын-көмеш килтереп күмгән. Билдә итеп бер ҡарагасҡа тимер сөй ҡағып киткән.

Ишетеп ҡалып, эҙләй башлағандар был байлыҡты. Ағас сереп бөткән. Күптәр барып ҡаҙып ҡарағандар. Бэрәү ҙа тапмаған. Яуҙан һуң теге бай килеп, байлығын алып киткән дә тип һөйләйҙәр. Ҡай берәүҙәр: «Хазинаны табыу өсөн, шул тирәгә көл һибергә кәрәк. Кәлдә ҡалған эҙгә ҡарап, ҡорбан салырға кәрәк. Шунһыҙ хазинаны табып булмай икән»,— тигәндәр.

Ауылдың Хөснөтдин исемле муллаһы ҡустыһы менән көл һипкәндәр ҙә һарыҡ тояғы эҙен күргәндәр. Ҡорбанға һарыҡ салып, ерҙе ҡаҙый башлаһалар, кинәг ел-дауыл сығып китеп, быларҙың икеһен дә өйҙәре янына алып барып ташлаған, ти.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Альби Флора предлагает цветы розы купить в москве . Широкий ассортимент цветов.