Нух ҡарт хазинаһы


banner 13

Бынан бик күп йылдар элек был тирәләрҙә яу булып үткән, һуғыш ваҡытында бик күп кеше һәләк булған, күптәрҙең байлыҡтарын талап киткәндәр. Ҡайһы берәүҙәр байлыҡтарын ер аҫтына күмеп ҡалдырған. Күмгән саҡта: «Был алтындарҙы ниндәй ҙә булһа бер хайуанды ҡорбан иткәндә генә алып булһын»,— тип әйткәндәр, имеш. Бер нисә йыл үткәс алтын күмгән урындар, янып, хазинаға әйләнә икән. Хазинаның эйәһе була, ти. Хазина эйәләре яратҡан кешеләренә йә өйрәк, йә һарык, йә бесәй булып күренә. Алған кеше алтынын ваҡытында түләмәһә, хазина эйәһе уның өйөнә килеп һорай икән.

Беҙҙең ауылдан Нух бабайҙың мунсаһы урынында шундай хазина булған, тиҙәр. Уның эйәһе өйрәк булып күренер икән. Нух ҡарт бер өйрәген һуя ла хазина эйәһенән үтескә алтын алып тора икән. Алған алтынын ваҡытында түләй бара икән.

Бер ваҡыт ҡарт үтесен түләмәй башлай. Хазина эйәһе кеше ҡиәфәтенә инеп килеп алтын һораған. Ҡарт түләмәгәс, уны ен булып килеп һукҡан, тиҙәр.

Нух ҡартты мин дә белеп ҡалам. Уның бер ҡулы менән бер аяғы йөрөмәй ине.

 

Поделись с друзьями: