Һуңғы йыр


(Байрамбикә)

Был хәлде күптән булған, тиҙәр. Ул саҡта башҡорт иле ҡуйы урмандар менән ҡапланған булған. Бейек тауҙарҙа мылтыҡ тауыштары ла яңғырамаған.Айыуҙар, боландар тауҙан-тауға бик иркен күсеп йөрөр булғандар. Матур сәскәләр һәм хуш еҫле үләндәр менән ҡапланған сабынлыҡтарҙа көтөү-көтөү малдар йөрөгән. Бындағы иң ҙур көтөү Аллаяр мулланыҡы булған.

Башҡорт йортонда Байрамбикә исемле ҡара сәсле, ҡара күҙле, бик матур бер ҡыҙ йәшәгән. Ул Тимерйән тигән бер ярлы кешенең ҡыҙы булған. Байрамбикәнең һылыулығы тураһында бөтә йәйләүҙәрҙә һөйләй торған булғандар. Йыйындарҙа яҡшы уҡсылар, көрәшселәр, югеректәр — бары ла Байрамбикәне күреү өсөн ярыша торған булғандар. Башҡорт йортонда уның кеүек һылыу ҡыҙ булмаған. Уның һылыулығын ҡурайсылар ҡурай моңонда биргәндәр, һандуғастар һәм турғайҙар үҙҙәренең йырҙарына ҡушып йырлағандар. Тау араларынан бөркөлөп-һыртылып аға торған һалҡын шишмәләр ҙә Байрамбикәнең матурлығын йырлай торған булғандар. Байрамбикә үҙе лә бик оҫта йырсы булған. Ул йырлаған саҡта һайрай торған һандуғастар ҙа һайрауҙарынан туҡтап, уның йырын тыңлағандар. Байрамбикәнең Татлыбай исемле һөйгән егете булған. Байрамбикә күп ваҡытта Татлыбайҙың батырлығын, үткерлеген маҡтап йырлаған. Йәйләүҙә Татлыбай кеүек оҫта уҡсы булмаған. Ул бер нисә аҙымдан тороп атҡанда, уғы энә күҙен ярып сыға торған булған. Инде һунарға-нигә барып, юлы уңһа, үҙенең алып ҡайтҡан йәнлектәрен иптәштәре менән бүлешә торған булған. Шуның өсөн уны тиҫтерҙәре бик яратҡан.

Татлыбай батыр егет булған. Илдә бер кемдән дә ҡурҡмаған. Ул мәсеткә лә бик һирәк йөрөгән. Шуға Аллаяр мулла Татлыбайға асыулы булған. Уны бер ҙә яратмаған. Әммә ил ҡарттары Татлыбайҙы яҡлағандар: «Ул йәш әле, үҫә төшкәс, аҡыл керер, яҡшырыр. Ололарҙың һүҙен йыҡмаҫ»,— тиешкәндәр.

Бер ваҡыт шулай халыҡ йома намаҙына йыйылған. Татлыбай йомаға килмәгән. Ул, йәштәрҙе эйәртеп, һунарға киткән дә барған. Мәсеттә бары ҡарттар ғына булғандар. Аллаяр мулла быға бик асыуланған.

Бер ваҡыт, көн кискә ауышҡас, Байрамбикә тау өңөрөнә еләккә китә. Ул муҙғаһы тулғансы еләк йыйып, килгән юлынан кире ҡайтырға сыҡҡанда, үткер ҡолағына бер ят тауыш ишетелә. Байрамбикәнең тәне сымырҙап, эҫеле-һыуыҡлы булып китә. «Был кем булыр икән?» — тип ҡыҙыҡһынып, тауыш килгән яҡҡа китә. Бер аҙ бара төшкәс, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙы ике яҡҡа айырып ҡараһа, ниндәйҙер ят кешеләр йөрөп ята. Улар тырышып-тырышып ер ҡаҙый. Ҡаҙыйҙар ҙа ер аҫтынан сыҡҡан йылтыр таштарҙы ситтә ҡатып торған бер кешегә бирәләр. Был әҙәм ҡапыл, болан күргән арыҫландай, Байрамбикәгә күҙ ташлай. Байрамбикә ҡото осоп алға, килгән яҡҡа табан югерә башлай. Тыны ҡыуы-рылып йәйләүгә ҡайтып инә. Бурама алдында йыйылышып ултырған ҡарттар аптырашып уны ҡаршы алалар. Байрамбикә улар эргәһенә килә лә әйтә:

— Анау тауҙың өңөрөндә әллә ниндәй ят кешеләр ер ҡаҙып йөрөйҙәр,— ти.

Был хәбәрҙе ишеткәс тә, бөтә йәйләү аяҡҡа күтәрелә. Ҡарттарҙың йөҙө үҙгәрә. Ил ҡарттары, ул арала, Аллаяр муллаға бер кеше ебәрәләр. Аллаяр мулла йылан кеүек хәйләкәр була. Шуның арҡаһында ул байҙар, аҡһаҡалдар менән ярлылар араһында сыҡҡан талаштарҙы ла төрлө юлдар менән юхалап туҡтата һәм баҫтыра килгән. Ул ҡөрьән һәм шәриғәт закондарын ятҡа белгән.

Ҡарттар Аллаяр мулланы оҙаҡ көтәләр. Бына бер саҡ, һәлмәк кенә баҫып, алпан-толпан атлап мулла килә. Ярамһаҡланып һүҙ башлай:

— Мөьмин-мосолман бәндәләр, күңелегеҙҙе ниндәй борсоу алды? Ни өсөн миңә кеше ебәрҙегеҙ,— ти.

Аллаяр мулланың был һорауына ҡаршы, өлкән ҡарттарҙан берәү:

— Хәҙрәт, һинең аҡылыңа берәүҙең дә аҡылы тиң килмәй. Ьин бөтәһен дә беләһең. Ни өсөн башҡорт йортона сит кешеләр килде икән? Ни өсөн улар беҙҙең ерҙәребеҙҙе ҡаҙып йөрөйҙәр икән? — тип, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына һорау ҡуя.

Йыйындағыларҙың бөтәһе лә бер ни тиклем ваҡыт өндәшмәй, тындарын эскә йотоп торалар. Мулла был ҡарттың һорауына тиҙ генә яуап бирә алмай. Бер аҙ ваҡыт үткәндең һуңында ғына, тамағын ҡырып, башын ҡырын һалып, һәлмәк кенә итеп: «һеҙ һөйләгән сит кешеләр ул, йәмәғәт, Аҡ батшаның илселәре булыр,— ти,— уларҙың уйҙары ҡара булыр,— ти.— Бүре көтөүгә инһә, һарыҡты ҡыҙғанып ашамай ҡалдырырмы? Юҡ! Әммә уларҙа көс күп. Улар менән көрәшеү ауыр. Улар хәҙер яҡшы ниәт менән килгән булһалар, асыуландырмаҫҡа кәрәк. Улар тик беҙҙең ерҙә йәшәр өсөн рөхсәт алырға тейештәр»,— ти.

Ҡарттар тағы ла нығыраҡ борсолалар. «Был ни хәл? — тиҙәр.— Ситтән килгән кешеләргә башҡорт йортонда торорға рөхсәт бирергә тейешме ни беҙ?» — тиҙәр. Шулай ҙа, мулла әйткәс, аҙаҡ күнәләр.

Хәбәрҙе йәйләүҙәге егеттәр ҙә белеп ҡала. Улар быны ишетеү менән бер көрһөнөп, бер һелкенеп ала. Берҙән, уларҙың күңелдәрендә был яңы килгән кешеләрҙе күреү теләге тыуһа, икенсенән, сәмләнеп тә ҡуялар.

Тик Аллаяр мулла ғына үҙен тыныс тота. Ул үҙенең бурамаһында, мамыҡ мендәрҙәр өҫтөндә тәмле хыялдарға батып, ҡунаҡ көтә. Бына уның бурамаһы эргәһенә бер төркөм һыбайлылар килеп туҡтай. Шунда бик ҡупшы кейенгәноҙон кәүҙәле бер кеше Аллаяр мулланың алдына килеп баҫа:

— Миңә бөтә илдә билдәле булған, йырҙарҙа маҡталған, үткер аҡыллы Аллаяр мулланы күрергә мөмкин булырмы икән? — ти.

Аллаяр мулла:

— Ултырығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡ,— ти,— Аллаяр мулла мин булам,— ти.

— Бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә тиклем ер өҫтөндә йәшәүсе халыҡтарҙы үҙенең хөкөмө аҫтында тота торған бөйөк Аҡ батша мине башҡорт халҡына илсе итеп ебәрҙе Минең исемем Маврин. Аҡ батшаның көсө ҙур, ҡөҙрәте киң. Ул дошмандарға — ҡурҡыныс, яҡшыларға мәрхәмәтле кеше,— ти был.

Аллаяр мулла күҙҙәрен йомоп, ҡунаҡтың һүҙҙәрен тыңлап ултыра. Ул Аҡ батша илсеһенең башҡорт йортона тиктәҫкә килмәгәнен һиҙә. Әммә, һүҙ ыңғайы көтөп, өндәшмәй тора. Маврин һүҙен дауам итә:

— Башҡорт йортоноң ерендә бик ҙур байлыҡ ята. Тик ул хазинаның ер аҫтында ятыуынан бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Бөйөк Аҡ батша миңә, үҙенең ҡолона, ошо ер аҫтында йәшеренеп ятҡан хазинаны күреп ҡайтырға ебәрҙе. Был эштә һеҙҙең ярҙамығыҙҙы һорарға әмер бирҙе. Ул һеҙгә, яҡшыларҙың яҡшыһына, аҡыллыларҙың аҡыллыһына, бүләк тә ебәрҙе.

Маврин Аллаяр мулланың алдына ебәк тоҡсай менән алтын аҡса ҡуя. Быны күреүгә Аллаяр мулланың күҙҙәре ут булып яна башлай. Ул тиҙ генә тоҡсайҙы ала ла сапанының итәге аҫтына йәшерә. Маврин тағы һүҙен дауам итә:

— Бөйөк Аҡ батша һеҙгә әйтергә ҡушты: әгәр беҙгә ярҙам итһәгеҙ, ул һеҙгә дөйә күтәрә алмаҫлыҡ алтын бирәсәк, һеҙ халҡығыҙға әйтегеҙ. Улар беҙгә насар күҙ менән ҡарамаһындар. Беҙ башҡорт йортона яҡшы ниәт менән килдек. Аҡ батша уларҙың ерҙәрен, урман-йылғаларын тартып алыу тураһында уйлап та ҡарамай. Беҙ башҡорттарҙың үҙҙәренә кәрәк булмаған нәмәләрҙе генә эҙләйбеҙ. Буш ятҡан ерҙәрҙе генә ҡаҙыйбыҙ. Тимер-томор, һәр төрлө тау-таш тоҡомдарын ғына тикшерәбеҙ.

Аллаяр мулла сапанының еңе менән маңғайындағы тир бөртөктәрен һөртә-һөртә яуап бирә.

— Аллаһы тәбарәкә вә тәғәлә хәҙрәттәре яҙғаны булыр... Маврин тағы һөйләп алып китә:

— Муллаларҙың — муллаһы, изгеләрҙең — изгеһе, яҡшыларҙың — яҡшыһы, минең тағы бер сөәлем бар. Мин бында килгән ваҡытта, бик матур бер ҡыҙ күрҙем. Ундай ҡыҙҙы мин бер илдә лә күргәнем юҡ. Кем ул?

— Хөрмәтле илсе,— ти Аллаяр мулла,— күҙҙәрең үткер икән. Ул башҡорт йортондағы иң матурҙарҙың матурыБайрамбикә. Яҡшы һунарсы булһаң, уның йөрәген үҙең йәрәхәтләргә тейеш. Уның егете бар, Татлыбай исемле. Байҙарҙы мәсхәрәләп йөрөй. Алла бының өсөн уға яза бирәсәк, һин ул матурға яҡынлашыр өсөн, ислам динен ҡабул итергә тейешһең. Әгәр һин беҙҙең динебеҙҙе ҡабул итһәң, башҡорт халҡының ышанысын ҡаҙанасаҡһың. Байрамбикәнең күңелен аулау ҙа еңел буласаҡ.

Маврин Аллаяр мулланың алдына тағы ла алтын аҡсалар һала. Аҡ батша илсеһе Аллаяр мулланың кәңәшенә риза була. Ҡулын ҡыҫып, уға рәхмәттәр уҡый.

Мавриндең ислам динен ҡабул итеү көнө килеп етә. Ҡояш сығыуға йәйләү тау битендәге урман шикелле тығыҙланып тупланған халыҡ менән ҡапланып ала. һәр яҡта тауыш, шау-шыу, донъя зыҡ ҡуба. Эркелеп-эркелеп йөрөгән халыҡ ҡорт кеүек мыжғый. Аллаяр мулла халыҡҡа вәғәз һөйләргә тотона.

— Динебеҙ көсәйә. Ислам ғаләме киңәйә. Маврин әфәнденең беҙҙең дингә сығыуы — ул бөтә башҡорт йортоноң шатлығы. Беҙ уға һәр төрлө ярҙамды күрһәтергә тейешбеҙ,—ти.

Аллаяр мулла ике ҡарт менән Маврин эргәһенә килә.

— Шатлыҡлы ваҡыт яҡынлаша. Аллаһы тәбарәкә вә тәғәләнең мәрхәмәте менән һин беҙҙең динебеҙҙең ҡоло буласаҡһың. Минең арттан ҡабатла:

«Лә иллаһы иллә аллаһы мехәмәҙрәсулла!» — ти. Маврин дә, аяғүрә баҫып, күкрәгенә ҡулын ҡуя ла, халыҡҡа башын эйеп әйтә: «Лә иллаһи иллә аллаһы мехәмәҙрәсулла»,— тип мулла артынан ҡабатлай.

Ошо айҡанлы йәйләүҙә ҙур мәжлес ойошторола. Бишбармаҡ бешерәләр. Уйын ойошторалар. Йәйләүҙәге һылыу ҡыҙҙар Маврин ултырған ҡалҡыу урын алдында бейергә тотоналар. Байрамбикә лә Маврин алдынан бер нисә тапҡыр бейеп китә. Мавриндең ҡаны тағы ла нығыраҡ ҡайнай башлай. Байрамбикә, аларып ултырған Мавринде күреп, ытырғана, Мавриндән ҡасып киткеһе килә. Маврин эргәһендәге аҡһаҡалдар Байрамбикә тураһында уның ҡолағына ғына нәмәлер һөйләйҙәр. Ул арала Байрамбикә бейей-бейей ҡыҙып китеп, Маврин янына яҡынлашҡанын һиҙмәй ҡала. Шул ваҡыт Маврин йәшен тиҙлеге менән Байрамбикә өҫтөнә ебәк шәл ташлай. Байрамбикә аяғын яңылыш баҫа ла тиҙ генә халыҡ араһына инеп юғала.

Бынан һуң Байрамбикә Аҡ батшаның илсеһенә тап килмәҫкә тырыша. Ә Маврин Байрамбикәне ҡулына төшөрөү өсөн бөтә көсөн сарыф итә. Бер нәмәһен дә ҡыҙғанмай.

Бер ваҡыт Байрамбикә Татлыбайҙы һунарға оҙатҡас, йылға буйына төшөп, үҙенең яратҡан ташы эргәһенә килә. Байрамбикәнең күкрәгенән бәхет дәрте ағыла — ул бер нисәайҙан һуң Татлыбайҙың кәләше булырға тейеш. Шул турала Татлыбай менән һүҙ ҡуйышҡандар. Байрамбикә шуларҙы уйлай-уйлай алға атлай.

Шул саҡ уның баш осонда бер төйлөгән һауа ярып өйө-рөлөп осоп йөрөй. Ул, йәшел үлән менән ҡапланған ергә ҡарап, үҙен ә аҙыҡ әҙләй. Бына ул ҡанаттарын ҡапыл ғына йыйып ала ла түбән табан ҡыйылып атылып төшә, ниндәйҙер бер ҡош балаһын үҙенең үткер тырнаҡтары араһына ҡыҫа. Шунан һуң ҡанаттарын тағы йәйеп осоп китә. Һауала меҫкен ҡош балаһының мамыҡтары менән ҡауырыйҙары ғына осоп ҡала. Байрамбикәнең күңеле йыртҡыс тырнағына эләккән ҡош балаһын ҡыҙғанып һыҡрана. Уның йөрәге ниндәйҙер күҙгә күренмәй торған бер бәхетһеҙлекте һиҙгән кеүек була.

Байрамбикә һалҡын шишмә эргәһендәге ташҡа барып ултыра. Татлыбайын уйлай, һағына.

Шул ваҡыт ағас араһынан ниндәйҙер ят тауыш ишетелә. Бер кеше килеп сыға. Туп-тура Байрамбикәгә ҡарай килә.

— Байрамбикә,— ти был кеше,— ер йөҙөндә һинән матур кеше юҡ. Мин һине һөйәм! Мин һиңә затлы кейемдәр алып бирермен. Күкрәгеңде ҡиммәтле таштар, алтындар менән биҙәрмен. Кил, минең менән бергә бул! Татлыбай бит ул ярлы. Уның йыртыҡ бишмәтенән башҡа бер нәмәһе лә юҡ... Кил, Байрамбикә, бир миңә ҡулыңды! — ти ул.

Маврин Байрамбикәгә яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Байрамбикә ҡурҡып, йәйләүгә ҡарай югерә башлай. Маврин уны ҡыуып барып, елкәһенән баҫып ала ла ергә йыға. Байрамбикә шул ваҡытта, ярҙам һорап:

— Татлыбай, Татлыбай, ҡотҡар мине!.. — тип ҡысҡыра. Уны бер кем дә ишетмәй.

Байрамбикә Мавриндең биттәрен тырнай, ҡулдарын тешләй. Ул Мавриндең ҡулынан ысҡынырға, һуңғы тапҡыр үҙенең һөйгәне Татлыбайҙың исемен телгә алырға теләй. Тик булдыра алмай. Тимер бармаҡтар ҡыҙҙың үңәсен быуа. Байрамбикә һушынан яҙа, үҙенең ҡайҙа икәнен, үҙе менән нәмә булғанын да хәтерләй алмай.

...Байрамбикә һушына килә. Уның башы тимер менән һуҡҡан шикелле сыңсынып ауырта. Бер ни тиклем ваҡыт нәмә булғанын төшөнә алмай тора. Терһәгенә таянып ерҙән торорға теләй. Тирә-яғына ҡаранһа, йәшел сирәм иҙелгән. Күлдәге йыртылған. Үҙенең ҙур бәхетһеҙлеккә осрағанын һиҙә. Тағы ергә ауа. Намыҫынан йөрәге таша. Туғайҙағы ҡуйы сиҙәмле кәҫтәрҙе тештәре менән кимерә башлай. Яр буйындағы таштарға бәреп биттәрен йәрәхәтләй. Тик ерҙән күтәрелергә көс таба алмай.

— Үлергә!.. Үлергә!.. — тип өҙгөләнә ул,— ҡафыр, һин мине нишләттең? Һин Татлыбайҙың бәхетен дә, минең на-мыҫымды ла алдың. Намыҫымды алғансы, йәнемде алған булһаң, артығыраҡ булыр ине...

Бер аҙҙан һуң Байрамбикә аяғына баҫа. Тирә-яғына ҡарана. Оялыуынан башын түбән эйеп, ике ҡулы менән битен ҡаплай ҙа югереп урман ҡуйылығына инеп юғала.

Ошо көндән башлап Байрамбикәне йәйләүҙә күргән кеше булмай. Уның тураһында төрлө имеш-мимеш хәбәрҙәр генә тарала.

Имеш, Байрамбикәне ниндәйҙер бер йыртҡыс ашаған...

Имеш, Байрамбикәне ҡалмыҡ байҙары урлап киткәндәр...

Имеш, Байрамбикәне Татлыбай яратмаған икән дә, Байрамбикә шуның өсөн һыуға ташланған икән.

Татлыбайҙы ҙур ҡайғы баҫа. Ул Байрамбикәне эҙләргә тотона. «Тере булһа, үҙен, үлек булһа, мәйетен табасаҡмын»,— тип, Байрамбикәне юллап сығып китә.

Был ваҡытта инде Маврин башҡорт йортонда үҙенең эшен бөтөрөп, кире Мәскәүгә китергә әҙерләнә башлай. Ул башҡорт йортонан алыҫ Мәскәүгә, Аҡ батшаға, бик күп хазина тейәп алып ҡайтмаҡсы була. Аҡ батшаның хөрмәтен өмөт итә.

Шул ваҡыт, уйламағанда, Байрамбикә килеп инә лә Мавриндең аяғына йығылып, һыкрай-һыҡрай ялына:

— Мин һинән балаға ҡалдым. Инде һин мине бында ҡалдырма. Тыуасаҡ балаң хаҡына ғына булһа ла, үҙең менән бергә, Мәскәүгә алып кит! — ти.

Маврин уның ялыныуҙарына, күҙ йәштәренә аҙ ғына ла иғтибар бирмәй.

— Мәскәүгә башҡорт ҡыҙы алып ҡайтмаһаң, ҡыҙҙар бөткәнме ни унда!..— тип ҡысҡырып көлә лә, асыуланып:

— Юғал минең эргәмдән! — тип, Байрамбикәне ҡыуып сығара. Байрамбикә һушһыҙ булып йығыла.

Ҡыш яҡынлаша. Төньяҡтан һалҡын елдәр иҫә башлай. Ә Байрамбикә һаман урманда. Ул донъянан биҙгән, йортһоҙ, төбәкһеҙ ҡырағай кеше кеүек, кеше тыны ишетелмәгән урындарҙа, бер ауҡамдан икенсе ауҡамға күсеп, ҡыр еләге, үлән тамырҙары ашап көн итә.

Татлыбай, һунарға йөрөүен ташлап, көндәр, төндәр буйы ҡалын урман эсенән Байрамбикәне эҙләй. Осраған берәүҙән Байрамбикәһен һорай. Тик Байрамбикәне күргән дә, ишеткән дә кеше булмай.

Бер ваҡыт Татлыбай сәкмәнен ҡулбашына һалып урман буйлап ҡайтып килә ятҡанда, юл ситенә яҡын ғына үҫкән бер ҡуйы ҡыуаҡ төбөндә ятҡан бер ҡатынды күрә. Әкрен генә яҡынлаша. Күрә: ҡалын оҙон ҡуйы ҡара сәс толомдарын туҙҙырып һыртына япҡан да, битен-түшен ергә ҡаплап, бөгәрләнеп ятҡан. Ағас япраҡтары уны елдән һаҡлай. Бисара ҡатын әллә өшөй, әллә ауырый — ҡалтырана, һыҙлана. Татлыбай эйәренән уҡ кеүек атылып төшә лә катын янына килә. Ҡыяр-ҡыймаҫ ҡына уға ҡулын һуҙып, ҡатындың ҡапланып ятҡан йөҙөн үҙенә табан бора.

— Байрамбикә!

Татлыбай һушынан яҙған кеше кеүек ҡатып ҡала. Байрамбикә лә ҡаушап, ни уйларға ла белмәй аптырап ҡала.

— Байрамбикә аҡыллым,— ти Татлыбай,— һиңә ни булды? һин ни өсөн урманда ҡасып йөрөйһөң?

Байрамбикә яланғас тәнен беләктәре менән ҡаплай-ҡап-лай, башын ергә табан эйеп: «Татлыбай, мине харап иттеләр,— ти.— һин бынан һуң бер ваҡытта ла минең турала уйлама. Мине онот»,— ти.

Татлыбай Байрамбикәне күтәреп ала. Байрамбикә башынан үткән хәлдәрҙең береһен дә ҡалдырмай Татлыбайға һөйләп бирә. Татлыбайҙың күҙ алды ҡараңғыланып киткән кеүек була. Йөрәгендә асыу ҡайнай.

— Мин ул урман йыртҡысын аяҡ аҫтына һалып тапап иҙәсәкмен! — ти.

— Татлыбай, мин унан балаға ҡалғанмын,— ти Байрамбикә,— мин — хәҙер иң бәхетһеҙ, ярҙамһыҙ кешемен. Миңә хәҙер донъяла бер ҡыҙыҡ та юҡ. Мин ҡасан, ҡайҙа тыуғанымды ла, һиңә биргән вәғәҙәләремде лә оноторға тырыштым. Миңә уларҙы иҫкә төшөрөү ауыр. Татлыбай, мин урманда йөрөгәндә лә, йыртҡыстарҙан ҡурҡып, ағас башында йоҡлағанда ла, һин минең күңелемдән китмәнең. Мин һине йәшлегемдә булған бөтә көсөм менән һөйгәйнем. Хәҙер ҙә һин миңә яҡын. Хәҙер ҙә мин һине һөйәм. Тик хәҙер беҙгә ул көндәрҙе ҡайтарыу мөмкин түгел. Мин хәҙер йолҡоноп ташланған гөлгә оҡшайым. Үҙемде терәлдерә алырлыҡ көстө күрмәйем. Мин үлермен. Ул ваҡытта ла һин минең күңел түремдән төшмәҫһең. Мин һиңә булған һөйөүемде үҙем менән бергә ҡәбергә алып инермен...

Был һүҙҙәр Татлыбайҙың йөрәгенә барып етә. Ул Байрам-бикәнең ҡулын ҡыҫып тота ла:

— Байрамбикә, бына был тауҙар, урмандар, минең уғым менән атым шаһит булһындар, мин һине ҡалдырмайым. Әйҙә, минең эйәремә ултырып, йәйләүгә ҡайтайыҡ, һиндә ғәйеп юҡ. һиңә бер кем, бер төрлө лә ауыр һүҙ әйтмәҫ. Балаң беҙҙеке булыр. Үҙебеҙҙең балабыҙ итеп тәрбиәләрһең...

Байрамбикә, был һүҙҙәргә йөрәге иреп, ҡыуанысынан һулҡып илай...

Байрамбикәнең ҡыҙы тыуа. Уға Гөлйемеш тип ҡушалар. Татыу ғына йәшәп китәләр. Татлыбайҙың бер дуҫы була. Дуҫының бер ир балаһы тыуа. Уға Кәрим тип исем ҡушалар.Гөлйемеш менән Кәрим бергә уйнап үҫәләр. Гөлйемеш бик һылыу ҡыҙ булып китә. Уның матурлығы тураһында бөтә тирә-яҡта һөйләй башлайҙар. Буйын күл буйында үҫкән зифа ҡамышҡа оҡшаталар. Ҡарағаттай ҡара күҙҙәре тураһында йырҙар йырлайҙар. Ҙур байҙар һәм аҡһаҡалдар уны ҡатынлыҡҡа алырға ымһыналар. Гөлйемеш Татлыбай менән Кәримгә эйәреп һунарға йөрөй.

Күп яҙҙар, күп ҡыштар үтә.

Кәрим менән Гөлйемеш тә ун етешәр йәшкә етә. Улар бер-береһен яратышалар. Ил араһында «Кәрим Гөлйемеш өсөн, Гөлйемеш Кәрим өсөн тыуған инде», тип һөйләүҙәр ишетелә. Улар араһындағы мөхәббәт торған һайын үҫә, көсәйә бара. Улар бергә тормош ҡорорға, тормоштоң шатлыҡтарын, ауырлыҡтарын бергә уртаҡлашып үткәрергә вәғәҙәләр бирешәләр.

Ҙур йыйын яҡынлаша. Был байрамға бөтә башҡорт йорто йыйыла. Ат-хат еткән ерҙәрҙең бөтәһенән иҫәпһеҙ күп һыбайлылар, йәйәүлеләр, байҙар, ярлылар, ҡарттар, йәштәр, батырҙар, ҡурайсылар, йырсылар болот кеүек ағылалар. Йыйын Ҡырҡты тауы башында үткәрелергә тейеш була. Был тау бейек тә, текә лә. Тауҙың башына бары бер генә һуҡмаҡ менә. Башҡа бер генә юл да, һуҡмаҡ та юҡ. Тау башынан бары шул һуҡмаҡ менән генә төшөргә мөмкин. Бына ошо тау башында ҙур йыйын үткәрелә. Тап ошо ваҡытта Мав-рин үҙенең кешеләре менән икенсе тапҡыр башҡорт йортона килеп төшә лә ошо тау башында үткәрелә торған байрамға ҡатнаша. Башта намаҙ уҡыйҙар. Муллалар саҙаҡа йыялар. Шунан һуң тау башында уйын башлана: көрәшәләр, уҡтан аталар, һикерешәләр, ҡурай уйнайҙар, йырлайҙар, бейейҙәр. Бер ваҡыт Кәрим майҙанға сығып баҫа. Исемле батырҙарҙы көрәшкә саҡыра. Уға ҡаршы күп кенә ҡарт батырҙар көрәшкә сығалар. Егет уларҙың бөтәһен дә йыға. Майҙан шаҡ ҡата. Аллаяр мулланың күҙҙәре дүрт була. Шунан һуң халыҡ Кәримдең ҡурай уйнауын һорай. Кәрим ҡурайын алып майҙан уртаһына сыға. Ҡурайҙан аҡҡан моң бөтә йыйынды баҫып ала. Бөтә тәбиғәт тына. Иҫер ел иҫеүенән туҡтай. Бөтә донъя ҡурай моңона күмелә.

Шунан Кәрим уҡ ярышына сыға. Унда ла ул ал бирмәй. Егерме аҙым ерҙән тороп, энә күҙенә тейҙерә. Шунан һуң уны юғары урында ултырған Аллаяр мулла, Маврин, аҡһаҡалдар, бейҙәр саҡырып алалар.

— Башҡорт йортонда һинең кеүек егеттең булғаны юҡ ине,—тиҙәр.—Был майҙанда һине көрәштә лә, уйында ла еңеүсе сыҡманы. Бөгөндән һин башҡорт йортоноң маҡтаулы йондоҙо булып һаналаһың. Шуның өсөн беҙ һиңә күңелең теләгән бүләкте бирергә тейешбеҙ. Әйт, күңелең ни нәмә теләй? — тиҙәр.— Мин хәҙергә бер нәмә лә әйтә алмайым! — тип яуап ҡайтара егет.

— һиңә уйларға ваҡыт бирәбеҙ,— тиҙәр былар.— Бына ошо ағастың күләгәһе фәлән ергә төшкәнгә тиклем теләгеңде әйтерһең. Теләгең беҙҙең өсөн закон буласаҡ,— тиҙәр.

Шул арала майҙанға Гөлйемеш сығып баҫа. Уны күреүгә халыҡтың йөҙө иртәнге таң кеүек асылып китә. Алыҫ ерҙән арып килгәнгә Мавриндең күҙҙәрен йоҡо баҫҡан була. Бындай матур ҡыҙҙы күргәс, уның да йоҡоһо асыла. Гөлйемеш йырлай. Уның йырын бөтәһе лә таңға ҡалып тыңлай. Гөлйемеш бейей. Уның бейеүе бөтә тамашасыларҙың йөрәген елкендерә. Уны тархандар, байҙар табынға саҡырып алалар:

— Гөлйемеш, һин башҡорт халҡының маҡтаулы ҡыҙы,— тиҙәр быға. — Үҙеңдең һылыулығың, оҫта бейеүҙәрең, моңло тауышың, йырҙарың өсөн бик ҙур, иң ҡиммәтле бүләк алырға тейешһең! Беҙ бында һинең турала бик күп кенә уйлаған һәм кәңәшләшкәндән һуң шундай ҡарарға килдек: һин беҙҙең иң ҡәҙерле ҡунағыбыҙ булған, шулай уҡ динебеҙҙе ҡабул иткән Маврингә тормошҡа сығырға тейешһең,— тиҙәр.

Был һүҙҙе ишеткәс, Гөлйемештең күҙ алдары ҡараңғыланып китә. Уның эргәһенә Кәрим килеп баҫа:

— Хөрмәтле ҡарттар! — ти ул, — Гөлйемеш бер ваҡытта ла сит илдән килгән сит кешенең ҡатыны булмаясаҡ. Хөрмәтле байҙар, һеҙ минең күңелем нәмә теләгәнен һора-ғайнығыҙ. Ағас күләгәһе һеҙ әйткән тапҡырға етте. Минең бер генә теләгем бар: һеҙ миңә Гөлйемеште кәләшлеккә алырға рөхсәт итегеҙ. Беҙ уның менән күп йылдарҙан бирле бер-беребеҙҙе яратышып йөрөйбөҙ,— ти.

Йыйын тып-тын ҡала. Табын башлыҡтарының Кәримгә ни яуап ҡайтарыуын сабырһыҙлыҡ менән көтәләр. Шул ваҡытта, Аллаяр мулла әйтә:

— Беҙ ризабыҙ,— ти,— тик Гөлйемеш һинең ҡатының булһын өсөн тағы ла бер һынау үтергә тейешһең. Илдең өлкәндәре һеҙгә тағы шул тиклем ваҡыт бирә. һеҙ, шул ағас күләгәһе фәлән ергә еткәнсе, Гөлйемеш менән икәү бергә анау һуҡмаҡтан башҡа юл табып тау аҫтына төшөргә тейешһегеҙ. Ул саҡта Гөлйемеш һиңә буласаҡ. Әгәр төшөп өлгөрә алмаһағыҙ, Гөлйемеште барыбыҙға ла ҡәҙерле ҡунаҡ булған Аҡ батша илсеһенә бирәсәкбеҙ,— ти.

Кәрим менән Гөлйемештең йөҙө болот кеүек ағарып ҡала. Уйға сумалар. Тауҙан бары ҡарағош ҡанатына ғына ултырып төшөргә мөмкин. Башҡа бер төрлө лә юл юҡ.

Кәрим менән Гөлйемеш тауҙың бейек урынына менеп баҫалар. Кәрим ҡурайын уйнай. Гөлйемеш ҡурайға ҡушылып, халыҡҡа табан ҡарап моңло иттереп йөрәгенән йырлай:

 

Беҙ йырлайбыҙ һеҙгә һуңғы йырҙы,

Һау булығыҙ байрам халыҡы.

Һуңғы сәләм һеҙгә ҡарт аталар,

Донъя ҡала булып байҙыҡы.

 

Шунан һуң улар тау башынан һикереп төшөп һәләк булалар. Шул ваҡыт халыҡ араһынан Байрамбикә сығып Маврин эргәһенә килә:

— Ҡәбәхәт, был һинең үҙ ҡыҙың ине,— ти Байрамбикә,— ун ете йыл элек һин мине мыҫҡыл итеп киттең. Хәҙер ҡыҙыңдың башына еттең,— тип илап ергә ауа.

Был ваҡиғаға халыҡтың йөрәге түҙмәй. Мавринде, Аллаяр мулланы һөңгөгә күтәреп тау башынан ырғыталар.

Кәрим менән Гөлйемеште тау аҫтынан эҙләп алып, ҡарағай ағасы эргәһенә күмәләр. Дауыллы көндәрҙә ҡарағай ағасының ботаҡтары уларға башын эйә. Көслө елдәр үлемде еңгән мөхәббәт тураһында моңло итеп йыр һуҙа.

 

Поделись с друзьями:

 

 

    Универсальные системы: монтаж систем канализации, струбцины . Высокое качество.   автокресла киев