Әлйән таяғы


Элгәрге заманда, Әлйән тауы итәгендәге урманда күпте белгән бер ҡарт йәшәгән. Буйға тигәндә ул шундай оҙон булған, хатта кешеләр был карт менән тауҙы айырмаҫ булғандар: ҡайһыһы бейегерәк — ҡартмы, әллә Әлйән тауымы? Кемде Әлйән тип әйтергә — ҡарттымы, әллә тауҙымы? Кешеләр йыш ҡына бутап ҡуялар икән.

Төндәрендә, тау башынан өргән ел күктән йондоҙҙарҙы ҡыуалап, күк йөҙөн болот менән ҡаплап йөрөгән саҡтарҙа, Әлйән тауы буйында йәшәүсе кешеләр йыш ҡына ниндәйҙер тимер-томор яңғырауын ишетер булғандар. Тау буйында тағы ни нәмәлер гөрҫ-гөрҫ килеп йөрөй икән. Кемдер берәү йөҙ ботло итектәре менән һуҡҡылап йөрөй,— шулай гөрһөлдәп торған, ти, тау буйҙары.

Ҡайһы берәүҙәр ишектәрен нығыраҡ бикләй биреп йөрөр булғандар.

— Тышҡа сыға күрмәгеҙ,— тиҙәр икән,— Әлйән үҙенең тимер итектәрен кейеп алған да, ҡорос таяғы менән тегендә-бында һуҡҡылап, тау әйләнәһендә йөрөй,— тиҙәр икән.

Иртә менән тороп ҡараһалар, үләндәр көрәйеп киткән була икән. Умарталарға бал тула икән. Йылғаларҙа балыҡ күбәйә, ти.

Кешеләр был хәлде күреп, таң ҡалышалар икән.Бер саҡ Әлйән тауы буйы кешеләре бөлгөнлөккә төшкән. КӨНДӘН-КӨН ауырая барған уларҙың тормошо. Шунан кешеләр, йыйылышып, Әлйән ҡартка барырға булғандар.

— Ул көслө,— тигәндәр,— беҙгә ярҙам итер әле. Яуызлыҡҡа ҡаршы үҙенең таяғын күтәрер,— тигәндәр.

Тауҙың тишеге алдына барғандар ҙа Әлйәнгә тауыш биргәндәр. Әммә эстән тауыш-тын килмәгән. Тағы, тағы ҡысҡырғандар. Сығыуын һорағандар. Яуап һаман булмаған.

Шунан һуң ҡыйыуыраҡ кешеләр тау тишегенә кереп ҡарарға булғандар. Инеп ҡараһалар — Әлйән үлгән, ти.

— Ярҙамсыбыҙ Әлйән үлгән! — тип ҡайғыға ҡалалар. Әлйәндең күкрәгендә таяғы ята, ти. Ул таяҡ кешеләр

уйлағанса, тимер таяҡ булып сыҡмаған, ҡаты ағастан ҡырҡып яһалған, кипкән бер төҙ таяҡ булған.

Кешеләр, ҡурҡышып, Әлйән кәүҙәһе алдында тубыҡланғандар ҙа:

— Ниңә һин үлдең,— тип илашҡандар,— ниңә былай беҙҙе етем ҡалдырҙың?

Шул ваҡытта, ер аҫтынан килгән шикелле, бер тауыш ишетелгән.

— Өс йөҙ йыл буйына һеҙ ҡар аҫтында булырһығыҙ. Өс йөҙ ҙә беренсе йылда ҡар ирер,— тигән тауыш.

Кешеләр аптырап һорау биргәндәр.

— Өс йөҙ йыл буйы ҡар аҫтында беҙ нисек йәшәрбеҙ? — тигәндәр.

Тауыш яңынан ҡабатланған:

— Берҙәм булһағыҙ, үлмәҫһегеҙ,— тигән тауыш.— Ана шул таяҡты һаҡлағыҙ: өс йөҙ ҙә беренсе йылды ул сәскә атыр,— тигән.

Йәшен йәшнәгән, күк күкрәгән. Йыл артынан йылдар үтә барған. Йылғалар һайыҡҡан. Урмандар һирәгәйгән. Башҡорт ерҙәре кибеп ҡорой барған.

Бер саҡ килеп Әлйәндең васыятын хәтерҙәрендә тотҡан ҡарттар әйткән:

— Оло Әлйән әйткәнгә өс быуат үтеп китте инде,— тигәндәр.— Тауға барып ҡарағыҙ әле, таяғы сәскә атмаймы икән? — тигәндәр.

Йәштәр киткән. Ҡайҙа? Урманғамы, тауҙарғамы? Ҙур ҡалаларғамы? Ҡарттар быны белмәгән.

Йыл бөтөп бара тигәндә, ҡар аҫтында ятып йонсоған ауылдарҙа шундай хәбәр таралған:

— Әлйән терелгән, имеш, халыҡ араһында йөрөп ята, имеш...

— Әлйән ҡарт йоҡоһонан уянған, ти,— үҙ янына тауға саҡыра, ти.

Кешеләр йыйылышып, Әлйән тауына, оло ҡарт ятҡан урын-ға киткәндәр. Уның кәүҙәһен ҡаплап торған ҙур таш алдына тауыш-тынһыҙ ғына килеп баҫҡандар.

— Өҫтөнән таштарын алайыҡ,— тигәндәр,— үҙен бөтә. кеше күрһен. Күмәкләшеп таштарҙы ситкә алып ҡуя ла башлағандар.

Ташты алһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр: Әлйәндең, кәүҙәһе өҫтөндә таяғы сәскә атып ултыра, ти.

Кешеләр Әлйән таяғынан берәр бөртөк кенә сәскә алып, ауылдарына таралышҡандар.

— Әлйән таяғы сәскәләнгән,— тип шатланғандар улар,— илебеҙгә ҡот керер. Баҡсалар сәскәгә күмелер...

 

Поделись с друзьями: